Эстәлеккә күсергә

Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1998
Урынлашыуы Цимлянск ҡалаһы, Ростов өлкәһе, Рәсәй
Күрергә килеүселәр 9000
Директор Cумцова Галина Алексеевна
Сайт tsimlyansk-museum.ru

Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Цимлянск ҡалаһындағы музей.

Музейға нигеҙ 1998 йылдың 16 февралендә һалына[1]. Музейҙы ойоштороу башында Цимлянскиҙың хәрби һәм хеҙмәт даны тураһындағы материалдарҙы йыя башлайҙар. Хәҙерге ваҡытта музей фонды барлыҡҡа килгәс, иғтибар археологик ҡомартҡыларға, Цимлян станицаһы кешеләренең көндәлек тормошон , ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған экспонаттарға күберәк бүленә.

Музей экспонаттары алты коллекцияға бүленгән: «Археология», «Әйберҙәрҙән торған сығанаҡтар» (металл, ағас, быяла, керамика, туҡыма, таш, пластмасса әйберҙәр, зоологик һәм ботаник материалдар, антропологик коллекциялар), «Һүрәтләү сығанаҡтары» (графика, иконалар, скульптура), «Нумизматика» (тәңкәләр, орден, медалдар, жетондар, билдәләр, пакеттар хазиналар, маркалар, һалҡын һәм атыу ҡоралдары, ҡағыҙ аҡсалар), «Ҡорал» (һалҡын һәм атыу ҡоралдары), «Яҙма сығанаҡтар» (ҡулдан яҙылған һәм баҫма документтар, һирәк китаптар, фотоһүрәттәр, асылмалар).

2017 йылдың башында музей фонды Цимлян станицаһы, Цимлянск ҡалаһы , Цимлян электр станцияһын төҙөү, Бөйөк Дала эволюцияһына ҡағылышлы 5437 музей предметтарынан тора. Йыл һайын музей 9 меңдән артыҡ килеүселәрҙе ҡабул итә[2][3][4]. Музей йыл һайын уҙғарыла торған «Музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша[5][6], унда шулай уҡ даими рәүештә төрлө күргәҙмәләр үткәрелә[7][8][9].

Музей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Цимлян ҡалаһы, Чехов урамы, 15.

  • Музейҙың рәсми сайты
  • Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимапияла