Эстәлеккә күсергә

Цинандали паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цинандали паркы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Цинандали
Карта
 Цинандали паркы Викимилектә

Цинандали паркы, Александр Чавчавадзеның усадьба комплексы — Телави муниципалитетының Цинандали ауылындағы тарихи архитектура ҡомартҡыһы. Бөгөнгө көндә комплекс үҙ эсенә йорт-музей, декоратив баҡса, шарап мөгәрәптәре, ҡунаҡхана, кафе, сиркәүҙе үҙ эсенә ала.


1797 йылда Чавчавадзе Гарсеванға (Рәсәйҙәге Грузия илсеһе), Цинандали ауылы бирелә, унда Гарсеван Чавчавадзе һарай төҙөй

Цинандали усадьбаһы XIX быуатта йәшәгән грузин йәмғиәт эшмәкәре Александр Чавчавадзеға нәҫелдән ҡала. Ул бында йорт төҙөй, парк булдыра һәм Европа технологияһы буйынса грузин шарабын күпләп етештереүҙе башлай.

Александр Чавчавадзе 1846 йылда  вафат була, Цинандали усадьбаһы улы Давидҡа ҡала. 1854 йылда Цинандалины һарайын, китапхананы имам Шамилдың кешеләре яндыра, парктың бер өлөшө емерелә. Давид Чачавадзе усадьбаны яңынан төҙөй, әммә ҙур бурысҡа бата. Шулай итеп ул хөкүмәткә күсә. XIX быуатта усадьба янындағы баҡсаны яүырталар. 20-се быуат урталарында Чавчавадзе йортон музейға әйләндерәләр. 1886 йылда Рәсәй императоры имениены һатып ала һәм унда тергеҙеү эштәре үткәрә. Был осорҙа бөгөнгө һарай төҙөлә. 1886-1887 йылда яңы һыу үткәргес һәм Рәсәй империяһының иң эре шарап заводы төҙөлә.


1946 йылда Александр Чавчавадзеның вафатының 100-йыллығы айҡанлы йорт-музей асыла.

Александр Чавчавадзеның усадьба комплексы 2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә[1].