Цискари (журнал)
Цискари | |
груз. ცისკარი | |
Нигеҙләү датаһы | 1852 |
---|---|
Цискари - (груз. ცისკარი ) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы. Журнал 1852 йылда тәүге айлыҡ баҫма булып сыға башлаған һәм унда бығаса ҡулъяҙма ғына булып йөрөгөн әҫәрҙәр донъя күргән. Журнал атамаһы башҡортсаға "Таң" тип тәржемә ителә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1852-1853 йылдарҙа журналдың мөхәррире драматург Георгий Эристави булған. Баҫманың төп маҡсаты - грузин халҡын милли әҙәбиәт менән таныштырыу юлы аша мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү, халыҡ мәғарифы үҫешенә һәм уҡыу күнекмәләренә булышлыҡ итеү [1] . Журналда Сулчан Саба Орбелиани , Давит Гурамишвили , Бесики , Николоз Бараташвили һм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре баҫыла. Был әҫәрҙәр йыш ҡына шуғаса ҡуьяҙмала ғына йөрөгән, әҙҙәргә таныш булған [2].
1857 йылда Иван Кереселидзе 19 йылға туҡтатып торған нәшриәт эшен яңынан башлай.
Икенсе донъя һуғышынан һуң 1957 йылда Вахтанг Челидзе журналды яңынан шул уҡ исем менән сығара башлай[2].
"Цискари" журналына Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ჟურნალი “ცისკარი” 165 წლისაა(недоступная ссылка) рус. Журналу "Цискари" исполнилось 165 лет
- ↑ 2,0 2,1 საქართველოს პარლამენტის ეროვნული ბიბლიოთეკა