Цхинвали һарайы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Цхинвали һарайы - Грузия, Тбилиси янындағы Цхинвали (Тхинвали) ауылындағы архитектура ҡомартҡыһы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цхинвали ҡасабаһы 2007 йылға тиклем Мцхета муниципалитетының Лиси йәмғиәтенә ингән булған. Һарай Триалет һырты итәгендә, Лиси күле буйында, ҡасабанан 2 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цхинвали ауылы XV быуатта телгә алынған. Унан 2 км алыҫлыҡта грузин архитектура ҡомартҡылары һаҡланған: төрлө төҫтәге баҫҡыслы ике ҡатлы һарай, уның эсендә торлаҡ бүлмәләр ҙә, нығытмалы башнялар ҙа булған.
Цхинвали һарайы XVII - XVIII быуаттарҙа төҙөлгән булған.
Комплексҡа һарай, Изге Георгий сиркәүе һәм Дева Мария сиркәүе инә.
Ике ҡатлы һарайҙың беренсе ҡатының фрагменттары ғына һаҡланған; сиркәүҙәрҙең ҡыйыҡтары емерелгән. Биналар кирбестән һалынған.
Был биналар урта быуаттар ахырының грузин донъяуи архитектураһы йоғонтоһонда һалынған.
Цхинвали һарайы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 5, стр. 289, Тб. 1990