Чаквинжи ҡәлғәһе
Чаквинжи ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Зугдиди[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Чаквинжи ҡәлғәһе Викимилектә |
Чаквинджи ҡәлғәһе - (груз. ჭაქვინჯის ციხე) - Грузияның Самегрело-Земо Сванети төбәгендәге ҡәлғәһе.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чаквинджи ҡәлғәһе Самегрело-Земо Сванетиҙағы Зугдиди муниципалитеты биләмәһендәге Джихашкари ауылының бейек тауында торған ҡәлғә, Чанисцкали йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғә Самегрелолағы иң эреләрҙең береһе, шул уҡ ваҡытта бик аҙ билдәле булыуы менән айырыла. Зугдиди районының көнсығышында урынлашҡан. Бында әлеге ваҡытта бер нисә башня һәм диуарҙар һаҡланған.
Чаквинджа ҡәлғәһенең тарихында бик күп буталсыҡ нәмәләр бар. Ул бик күптән һалынған (XIII быуат тигән фараздар бар), һуңынан тергеҙелгән һәм яңыртып төҙөлгән тигән мәғлүмәттәр бар. Ҡәлғә стендында XVIII быуатта нигеҙләнгән тип яҙылған. Шунда уҡ, бында Мегрелияның һуңғы кенәзе Давид Дадиани тыуған тигән яҙма бар. Был 1813 йылдың 26 ғинуары булып сыға. Шул ваҡытта уның тыуған урынын икенсе яҡта тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Урындағы халыҡ фекеренсә, был хәбәр биреү ҡәлғәһе булараҡ файҙаланылған, йәғни, дошмандар һөжүм иткән осраҡта ҡәлғә өҫтөнән ут ҡабыҙып икенсе ҡәлғәләргә хәбәр ебәргәндәр.
XV һәм XVI быуаттарҙа башня һәм тоннель төҙөлгән булған. Нығытманың көнсығыш өлөшөндә сиркәү төҙөлгән булған.Уны XII-XIV быуаттарҙа төҙөгәндәр тип фараз итәләр.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғә ҡырсынташтарҙан торған бейек тау башында төҙөлгән. Тауҙың көньяҡ сите текә ярлаулы, тау башынан бер нисә тапҡыр ер ишелеп төшкән, ҡәлғәнең дә алдағы йылдарҙа зыян күреүе ихтимал. Көньяҡтағы текә ярлау ситендә тәпәш кенә таш диуар тора. Төньяҡта, менеүе еңелерәк урында, өс бейек башня төҙөлгән. Һәйбәт һаҡланғандар, уларҙың өҫкө өлөшө хатта теүәл килеш һаҡланған. Үҙәк башняға аҫтан инергә була, ҡалған икеһенә ишектәр йәшерен ҡуйылған һәм улар күренмәй.
Чаквинджи нығытмаһы эсендә элек нимәлер төҙөлгән булған - нигеҙ ҡалдыҡтары күренә. Ҡәлғә эсенә төньяҡтан инергә кәрәк. Был урындан икенсе ҡапҡа яғына баҫҡыс яһалған. Икенсе ҡапҡанан сыҡҡас, тыш яҡта ер аҫтына инә торған урындың ҡалдыҡтары шәйләнә. Ул күп урындарҙа емерелгән, шуға күрә ҡайҙан инеп, ҡайҙа барырға икәнен билдәләп булмай [1].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Бер башняға ингән урын
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ზაქარაია პ., საქართველოს ძველი ქალაქები და ციხეები, თბ., 1973.рус. Закарая П., Старые города и замки Грузии, Tb., 1973.
- ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ.XI, თბ., 1987. рус. Грузинская Советская Энциклопедия, Т. XI, Tб., 1987.
- ზაქარაია პ., საქართველოს ძველი ციხესიმაგრეები, თბ., 1988. рус. Закарая П., Старые замки Грузии, Tб., 1988.
- მაკალათია ს., სამეგრელოს ისტორია და ეთნოგრაფია, თბ., 1941.рус. Макалатия С. История и этнография Самегрело, Тбилиси, 1941.
- პ. ზაქარაია, თ. კაპანაძე - „ციხეგოჯი-არქეოპოლისი-ნოქალაქევის ხუროთმოძღვრება“, გამომცემლობა „მეცნიერება“, თბ. 1991წ.рус. О. Закарая, Ч. Капанадзе - «Архитектура Цихиоги-Археополис-Нокалакеви», издательство «Наука», Tb. 1991.