Чанги
Чанги - (груз. ჩანგი) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чанги (ченг) - фарсы телендәге чан ( цано ) һүҙенән килеп ингән, Осман империяһында ла шул атама менән билдәле булған. Ғәрәп ярымутрауында исламға тиклем осорҙа был уйын ҡоралын саң, ҡаң йәки шуға оҡшаш һүҙҙәр менән аталған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арфа һунарсы йәйәһенә ҡылдар тартып көй сығарыр өсөн эшләнгән музыка ҡоралы.Иң боронғо һүрәте б.э.т. 4 мең йыл элекке таҡтаға төшөрөлгән булған[1]
Чанги мөйөшлө горизонталь арфа, таулы Сванети төбәгендә йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарғанда уйнайҙар. Кавказ төбәгендә был берҙән-бер христианлыҡҡа тиклем ҡулланылған һәм һаҡланып ҡалған арфа.
Чангиҙа ултырып, арфа кеүек үк ике ҡул бармаҡтары менән уйнайҙар.
1877 йылда Степанцминда (бэлекке Казбеги) ауылында, хәрби-грузин юлында урыҫ археологы Г.Д. Филимонов 200 объект тапҡан. Улар араһында бәләкәй генә музыкант һыны табылған, ул б.э.т. 6-сы быуатта эшләнгән булған. Уның ҡулындағы музыка ҡоралы свандарҙың ҡоралына бермә-бер оҡшаған [2]. Был Сванетияның төньяғы һәм Грузияның көнсығышындағы Хевсурети менән дөйөм музыкаль бәйләнештәр булыуын иҫбатлай [3] Сванетияла чанги б.э.т 4-се быуатта уҡ осрауы раҫланған [4] .
Был музыка ҡоралы ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лия Долидзе, Кристиан Ханник, ты. А. Грузия . В: Стэнли Сэди (ред.): Словарь музыки и музыкантов New Grove . Том 9. Macmillan Publishers, Лондон, 2001
- Джозеф Джордания: Грузия . В: Тимоти Райс, Джеймс Портер, Крис Гертцен (ред.): Гарлендская энциклопедия мировой музыки . Том 8: Европа. Рутледж, Нью-Йорк / Лондон 2000
- Сюзанна Циглер: Грузия. В: Людвиг Финшер (ред.): Музыка в истории и современности . (MGG) Раздел 3, 1995
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Вильгельм Штаудер: музыка шумеров , вавилонян и ассирийцев. В: Бертольд Спулер (ред.): Справочник по востоковедению. 1-й отдел Ближнего и Среднего Востока. Дополнение IV. Восточная музыка. EJ Brill, Лейден / Кельн 1970, стр. 174
- ↑ Вера Чихладзе: Музыкальные инструменты, обнаруженные в Грузии в результате археологических раскопок. В кн .: Гела Гамкрелидзе (ред.): Иберия - Колхида. Исследования по археологии и истории Грузии в классический и раннесредневековый период. Грузинский национальный музей, Тбилиси 2015, стр. 164
- ↑ Манана Шилакадзе: о региональном стиле в грузинской инструментальной музыке / Сванетия /. (PDF, 28 kB) В: Русудан Турцумиа, Джозеф Джордания (ред.): Второй международный симпозиум по традиционной полифонии. Международный исследовательский центр традиционной полифонии Тбилисской государственной консерватории. Тифлис 2006, стр. 396-401, здесь стр. 399
- ↑ Чанги