Чанчунь политехник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чанчуньский политехнический университет
(ЧПУ)
Исеме

长春理工大学

Халыҡ-ара исеме

Changchun University of Science and Technology

Асылған йылы

1958

Тип

Государственный

Ректор

Юй Хуадун

Урынлашыуы

Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР, Чанчунь

Сайт

http://www.cust.edu.cn/

Чанчунь политехник университеты (ЧПУ) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзилинь провинцияһындағы алдынғы политехник университеты, 1958 йылда Ҡытай Фәндәр академияһы тарафынан нигеҙләнгән. Университет Цзилинь провинцияһы хөкүмәте һәм Чанчунь ҡалаһы хөкүмәте финансына тотола. 1958 йылдан 2002 йылға тиклем Чанчунь теүәл механика һәм оптика институты тип аталған.

Хәҙерге ваҡытта университет составында — 14 факультет һәм колледж бар. Университетта . бакалавр, магистр һәм фәлсәфә докторҙарын (PhD) әҙерләйҙәр һәм камиллаштыралар.

Чанчунь университеты бындағы 1988 йылда төҙөлгән һәм 1991 йылда дәүләт статусын алған махсус иҡтисади зона өсөн белгестәр әҙерләй. Инҡтисади зона ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, дөйөм майҙаны 30 км². Чанчунь ҡалаһында 18 университет һәм колледждар, 39 фәнни-тикшеренеү учреждениелары, 11 ғилми лабораторияны үҙ эсенә ала Зонала Ford, Itochu Co., Marubeni Co., Siemens, Goldlion Group компаниялары эшләй. Чанчунь университетын тамамлаусылар ошо компанияларҙа фотоэлектроника һәм механика интеграцияһы, яңы материалдар, машиналар эшләү, электроника һәм мәғлүмәт тармаҡтарында эшләйҙәр.

Университет кампусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың кампусы 769 мең квадрат метр территорияны биләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]