Чатал-Оба ҡурғандары
Чатал-Оба ҡурғандары | |
---|---|
Ил: | Рәсәй |
Бейеклеге: | 4 метр |
Төҙөлөү датаһы: | урта бронза дәүере |
Артефакттар: | алтын сармат биҙәүестәре |
|
Чатал-Оба ҡурғандары Ростов өлкәһенең Мясниковский районы Чалтырь ауылына ингән ерҙә урынлашҡан археологик объекттар[1]. Тикшеренеүселәр көньяҡ һәм төньяҡ ҡурғандарҙы айыра[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеүселәр уларҙы урта бронза дәүере осоронда нигеҙләнгән, тип фаразлай. Көньяҡ ҡурған территорияһында археологик ҡаҙыныу эштәрен 1996 йылда билдәле археолог Евгений Иванович Беспалов[3] алып бара. Тикшеренеүҙәр ваҡытында өс төп өйөм һәм бик күп ҡәберлектәр булыуы теркәлә. Уларҙың икеһе бронза быуатының — һуң, тағы ла туғыҙы урта бронза дәүеренә ҡарай. Бер ҡәберлек XVII—XVIII быуат осороноҡо тип иҫәпләнә. Ҡурған территорияһында ҡаҙыныу эштәре алып барғанда тегеп ҡуйыла торған сармат биҙәүестәре табыла[4]
2001 йылда төньяҡ ҡурғанды тикшереү менән РРО ВООПИиК археологик экспедицияһы шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә биш төп өйөм, 18 ҡәберлек табыла, уларҙың 16-һын тикшеренеүселәр урта бронза быуаты дәүеренә индерә. Шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың таш ҡоймалы ғибәҙәтханаһы, иртә сармат һәм бәшәнәктәр осороноң ҡәберлектәре табыла[2].
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чатал-Оба ҡурғандарының хәҙерге бейеклеге 4 метрға етә, элек уларҙың башҡаса булыуы ла ихтимал. Дон әрмәндәре был ҡәберлектәрҙе бик йыш «курган — вилка» тип атай. Улар Ҡоро Чалтырь йырынының уң ярындағы убала урынлашҡан. Чатал-Оба ҡурғандары ырыу зыяраты булған тигән ҡараш та йәшәй. Катакомбаларҙа табылған ҡәберлектәр урта бронза дәүеренә ҡарай. Иртә катакомбаларҙа табылған ерләү кострукциялары ҡалдыҡтарында ағас ҡаҙыҡтар осрай.[2]. Ҡайһы бер экспонаттар, Танаис археологик музей-ҡурсаулығы коллекцияларында күрһәтелә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мясниковский район
- ↑ 2,0 2,1 2,2 П.
- ↑ Штрихи к портрету археолога Е. 2017 йыл 8 март архивланған.
- ↑ «Донского Шлимана» погубило древнее золото скифов.
- ↑ Археологический музей-заповедник Танаис 2017 йыл 8 март архивланған.