Эстәлеккә күсергә

Танаис (музей-ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2017 йыл

Танаис — Рәсәйҙең асыҡ һауалағы иң ҙур тарих-археология музей-ҡурсаулыҡтарының береһе.

Танаис Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән иң тәүге археологик музей-ҡурсаулыҡтарҙың береһе. Музей боронғо Танаис ҡалаһы участкаларында урынлашҡан. Танаис (Дон) йылғаһы исеме менән аталған ҡала ошо йылғаның Меотидаға (Азов диңгеҙенә) ҡойған тамағында урынлашҡан. Танаис ҡалаһы һигеҙ быуатҡа яҡын осорҙа Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы ҡалалары һәм улар менән сиктәш Бөйөк Дала биләмәләре сәйәси тормошонда мөһим роль уйнаған.

1955 йылда СССР Фәндәр Академияһы тарафынан Ростов университеты һәм Ростов крайҙы өйрәнеү музейы менән берлектә ойошторолған Түбәнге Дон археология экспедицияһы Д.Б.Шелов етәкселегендә Танаис ҡаласығын фәнни тикшереү эштәренә тотонған.

Бер аҙ ваҡыт үтеүгә нәҡ Түбәнге Дон экспедицияһы етәксеһе Д.Б.Шелов һәм Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейының директор урынбаҫары С.М.Марков музей-ҡурсаулыҡ булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаған.

1958 йылда Ростов өлкә башҡарма комитеты  «Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейының филиалын - «Танаис» музей-ҡурсаулығын булдырыу тураһында» тигән ҡарар сығарған.

1960 йылда ҡаласыҡтың төп майҙанын һәм уға йәнәш ятҡан некрополь участкаларын тәшкил иткән ерҙәр музей-ҡурсаулыҡҡа срогы сикләнмәгән оҙайлы ҡулланыуға тапшырылған.

Музейҙың тәүге биналарын: музей экспозицияһын, администрация урынлашасаҡ  һәм ике ҙур булмаған ярҙамсы бүлмәләрҙе щитовой конструкциялар нигеҙендә төҙөү башланған. Ул саҡта музей штатында тик ике генә штат берәмеге (мөдир һәм ҡарауылсы) булған. Музей 1961 йылдың 1 авгусында асылған һәм тәүге килеүселәрҙе ҡабул иткән.

1981 йылда Ростов өлкә башҡарма комитеты үҙ ҡарары менән 1200 га майҙанында ҡурсаулыҡтың һаҡланасаҡ зоналарын раҫланы. 1990 йылда музей-ҡурсаулыҡ үҙ аллы мәҙәниәт учреждениеһына әүерелде.

Хәҙерге көндә ҡурсаулыҡта 40-ҡа яҡын кеше эшләй. Уның территорияһында музейҙың, төп тарих экспозицияһы, фонд һаҡлау бинаһы, администрация, стационар һәм ваҡытлыса күргәҙмәләр, музей-педагогик уҡыуҙар, техник хеҙмәттәр өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләре булған, яңы бинаһы төҙөлгән.

Хәҙерге ваҡытта ҡаҙылмалар һөҙөмтәһендә боронғо ҡаланың яҡынса унынсы өлөшө һәм шулай уҡ ҡала некрополенең төп  территорияһы табылған. Музей усадьбаһында килеүселәр иғтибарына аналогы  булмаған фонд коллекцияһы эталоны һәм үҙ эсенә лапидарий һәм антик ҡоролмалар  (Танаисты обороналауҙа ҡулланылған ҡоролмалар макеты, рим күпере, меот хижинаһы, ҡыпсаҡ ғибәҙәтханаһы) реконструкциялары ҡуйылған «асыҡ һауа аҫтындағы» экспозиция тәҡдим ителә.

Музей фондтарында хәҙерге ваҡытта 140 меңдән артыҡ берәмек иҫәпләнә. Европала берҙән-бер амфора тараһын асыҡ һаҡлау тәжрибәһе өлгөһө булған «Амфора эталондары залы» айырым уникаллеккә эйә[1].

Ҡурсаулыҡ региондың үҙ биләмәләренән алыҫ араларға билдәле булған мөһим мәҙәни-ағартыу һәм фәнни үҙәге булып тора.

1993 йылдан халыҡ-ара статусҡа эйә (Герман археология институты һәм Варшава университеты археология институты) Музей-ҡурсаулыҡтың аяҡҡа баҫыуына һәм  үҫешенә әүәлгесә Түбәнге Дон археология  экспедицияһы бик ҙур өлөш индерә.

1973 йылдан 2002 йылға саҡлы В. Ф. Чеснок  музей-ҡурсаулыҡтың алыштырһығыҙ директоры, һуңғараҡ Ростов өлкәһенең мәҙәниәт министры урынбаҫары В. Касьянов бер аҙ уның директоры булып эшләгән[2]. 2005 йылда директор итеп В. Перевозчиков тәғәйенләнгән.

2009 йылдың февралендә Танаис археология музей-ҡурсаулығы ЮНЕСКО[3] бөтөн донъя мираҫы объекттары теҙмәһенә кандидат тип күрһәтелде.

Музей-ҡурсаулыҡ экспозицияһы биш залдан тора. Комплекстың дөйөм майҙаны 200 кв.м. артыҡ.

  • Беренсе зал — Елизаветинский ҡаласығы, Танаистың барлыҡҡа килеүе, уның үҫеше, сауҙа бәйләнештәре. Был залда музейға килеүселәр боронғо грек, боспор һәм боронғо рим кейемдәре менән танышалар. Зал уртаһында - 1985 йылда уҙғарылған ҡаҙылмалар өлгөләренә (18-се ҡәберлек) таянып тергеҙелгән  б.э. IV быуат кейемендәге танаит ҡатын-ҡыҙы фигураһы..
  • Икенсе зал — б.э. I—III быуаттарҙағы Танаистың иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси тормошо тарихы, бында скиф һәм сармат кейемдәре, шулай уҡ танаиттарҙың торлаҡ һәм шөғөлдәре, борон өҫ һәм аяҡ кейемдәре эшләгәндә файҙаланылған предметтарҙың оригиналдары ҡуйылған[4].
  • Өсөнсө зал — ҡала халҡының этник составы; мәҙәниәттәр, дин тотоу, йолалар төрлөлөгө.
  • Дүртенсе зал — төрлө планлы күргәҙмәләр.
  • Бишенсе зал — Танаисты асыу һәм тикшереү тарихы.

Танаис территорияһында асыҡ һауала ҡоролма ҡаҙылмалары һәм уларҙың реконструкциялары тора[5].

  1. История | Археологический музей-заповедник Танаис. www.museum-tanais.ru. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  2. Колобова А. Новый порядок // Литературная газета. — 2002. — 14 авг. — № 33.
  3. Донские археологи отметили профессиональный праздник
  4. Музей исторического костюма | Археологический музей-заповедник Танаис. www.museum-tanais.ru. Дата обращения: 8 февраль 2017.(урыҫ.). www.museum-tanais.ru. 8 февраль 2017 тикшерелгән.
  5. Археологический музей-заповедник «Танаис»