Чебаненко йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Чебаненко йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Таганрог, Грек урамы, 69 |
Төҙөүсе | Иван Чебаненко |
Төҙөлгән ваҡыты | 1869 йыл |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Дом Чебаненко |
Чебаненко йорт — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамында урынлашҡан 69-сы йорт.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамында урынлашҡан 69-сы йорт 1869 йылда сауҙагәр Иван Чебаненко аҡсаһына төҙөлгән. Башта йорттоң таш ҡапҡалы селтәрле тимер ҡоймаһы булған. Чебаненко икенсе гильдия сауҙагәрҙәр ҡатламына ҡараған. 1872 йылда ул статский советник Карл Иванович Оремдың 27 йәшлек ҡыҙы Амалияға өйләнә. Сауҙагәр ғаиләһендә балалар күп булған. Бер туған сауҙагәр Чебаненколар киндер майы менән мискәләп тә, эре партиялар менән дә сауҙа иткәндәр, макарон етештереү буйынса фабрикалары булған.
1870-се йылдар аҙағында уларҙың йортон коллежский асессор Петр Дмитров һатып ала, ул 1910 йылға тиклем бина хужаһы була. Һуңынан йорт хужаһы сауҙагәр Георгий Христофорович Мардиросов була. Мардиросов тәмәке изделиелары менән сауҙа иткән. Мардиросов магазины «Лондон» ҡунаҡханаһының беренсе ҡатында эшләй. Ул совет власы йылдарында ла, яңы иҡтисади сәйәсәт заманында ла сауҙа итә. 1910 йылда уның менән уңайһыҙ хәл була. XX быуат башында магазиндарҙың эш ваҡыты ҡала думаһының айырым ҡарары менән көйләнә. Быны ҡәтғи рәүештә күҙәтәләр, әммә шуға ҡарамаҫтан, Георгий Христофорович ҡайһы берҙә ҡанундарҙы һанға һуҡмай. Бер ваҡыт ул артыҡ эш ваҡыты эшләгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла. Үҙенең бер ҡатлылығы менән, ул участка полицейскийына өс һум аҡса, визит карточкаһы һәм уны беренсе тапҡыр ғәфү итеүҙәрен, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатмауҙарын һорап конверт ебәрә. Протоколда яҙылыуынса, Г. Х. Мардиросовтың аҡса һәм визит карточкаһын мировой судьяға ебәрәләр.
Йортонда фатирҙы бәйләнеш юлдары Министрлығының Таганрог заводтары бүлеге инженеры Яков Владимирович Фельдманға ҡуртымға бирә. Совет власы йылдарында йорт дәүләт милегенә күсерелә. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт.
Һүрәтләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер ҡатлы кирбес йорттоң парад ишеге уң яҡта, дүрт яҡлы ҡыйыҡлы, түбә ҡалайы менән көпләнгән. Фасадында ете тәҙрә. Уң яҡтағы биш тәҙрә декоратив кәрниз менән биҙәлгән. Йорт һары төҫкә буялған, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫ менән айырылып тора. Йорт тигеҙһеҙ урында, Тургенев тыҡрығына ҡарай һарҡыу урында тора.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.
- Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дом Чебаненко 2014 йыл 25 март архивланған.