Череми (ҡала)
Череми | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Череми Викимилектә |
Череми —көнсығыш Грузияла урта быуат ҡалаһы, тарихи Эрети, хәҙер Череми ауылы (Гурджаани муниципалитеты)
Ҡалаға V быуатта батша Вахтанг Горгасали нигеҙ һала (ул шулай уҡ Череми епископлығына нигеҙ һала). "Вахтанг Горгасали тормошо" йылъяҙмаһында уның турала былай тип әйтелә: "...үҙе үк төҙөгән ике сиркәү араһында ҡала төҙөй... һәм бер епископты ултырта". Ошо ваҡыттан Кахетияла Череми епархияһы барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылъяҙмала Вахтанг үҙенең өлкән улына Некреси ҡалаһы менән бергә Череми ҡалаһын тапшыра тип әйтелә. 457 йылдар тирәһендә фарсы батшаһының армияһы Хорнабуджи, Череми һәм Велисцихе ҡалаларын емерә, өҫтәүенә Череми был исемлектә ҡәлғә тип телгә алына. 1757 йылда дағстанлылар Череми епархияһын да юҡ итәләр. 1777 йылда бөтә епархия Бодбе епархияһы составына инә. Мөһим археологик объект (Череми ҡалаһының археологик ҡомартҡылары) Черемила һәм уның тирә яғында табыла.
Ошонда уҡ үҙәктә диуар киҫәктәре күренә - был епископтың боронғо һарайы. Был һарайҙың төҙөлөшө Х быуатҡа ҡарай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]მუსხელიშვილი დ., ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 11, გვ. 391, თბ., 1987 წელი.