Эстәлеккә күсергә

М. М. Коцюби́нскийҙың Чернигов әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
М. М. Коцюби́нскийҙың Чернигов әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы 1934
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Урынлашҡан урамы Улица Коцюбинского (Чернигов)[d]
Мираҫ статусы памятник истории местного значения Украины[d]
Адрес вулиця Коцюбинського, 3, Чернігів, Україна
Рәсми сайт kotsubinsky.org
Карта
 М. М. Коцюби́нскийҙың Чернигов әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығы Викимилектә

М. М. Коцюби́нскийҙың Чернигов әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығы (укр. Чернігівський літературно-меморіальний музей-заповідник М. М. Коцюбинського) — 20-се быуаттағы күренекле украин яҙыусыһы Михаил Коцюбинский тормошона һәм ижадына бағышланған Черниговтағы әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығы.

Чернигов әҙәби-мемориаль музей-ҡурсаулығына 1934 йылда яҙыусының кесе ҡустыһы Фома Коцюбинский (1870—1956) тарафынан нигеҙ һалына.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында музей экспонаттары Өфөгә эвакуациялана. Чернигов азат ителгәндән һуң музей эше тергеҙелә. Музейҙың беренсе директоры вафатынан һуң егерме йылдан ашыу музейҙы яҙыусының кесе ҡыҙы Ирина Коцюбинская етәкләй.

Хәҙерге ваҡытта музей заманса әҙәби экспозициянан, яҙыусының мемориаль йортонан һәм баҡсаһынан — йәшел экспозициянан тора.

Музейҙың төп өлөшө — Михаил Коцюбинскийҙың мемориаль фатиры. Яҙыусы был йортҡа үҙенең ғаиләһе менән 1898 йылда күсә һәм бында ғүмеренең һуңғы 15 йылын йәшәй.

1958 йылда мемориаль экспозицияла өс бүлмә: йоҡо бүлмәһе, аш һәм ҡунаҡ бүлмәләре яҙыусының эш кабинетының бер өлөшө менән килеүселәр өсөн асыла. Михаил Коцюбинскийҙы йәшәгән осоронда уратып алған бик күп әйберҙәр ентекләп һаҡланған. Улар араһында: автор ҡулъяҙмалары, фотолары, журналдары, Коцюбинскийҙың китаптары һәм уның тураһында китаптар, ғаилә ҡомартҡылары, яҙыусының зауығы һәм ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләүсе шәхси әйберҙәре.

Яҙыусының ҡунаҡ бүлмәһе шулай уҡ эш кабинеты ла була. Яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы менән яҙыу өҫтәле, китапхана һәм йорт йыһаздары яҙыусының эш атмосфераһы тураһында ҡараш булдыра. Ике китап шкафында яҙыусының мемориаль китапханаһы, унда 1500-ҙән ашыу китап бар. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Улар араһында уның әҫәрҙәренең тәүге баҫмалары, Максим Горький, В. Короленко, И. Франко, Панас Мирный автографтары менән китаптар, М. Коцюбинскийҙың тормошо һәм ижады тураһында очерктар бик ҡыҙыҡлы.

Уның ашханаһы экспозицияһында яҙыусы йыйған халыҡ оҫталары эшләгән әйберҙәр бар. 1983 йылда мемориаль экспозиция киңәйтелә: тағы ла ике бүлмә һәм аш бүлмәһе өҫтәлә. Яҙыусының ҡыҙҙарының һәм әсәһенең бүлмәһендә Коцюбинский үҙенең сәфәренән балаларына алып ҡайтҡан ҡыҙыҡлы сувенирҙар бар. Аш-һыу бүлмәһендә XIX быуат аҙағы — XX быуат башы өсөн хас булған күп өй кәрәк-яраҡтары бар.

Михаил Коцюбинский һәм уның ҡатыны уларҙың йортонан алыҫ түгел, матур Болдина тауында ерләнгәндәр, бында яҙыусы ғаиләһе менән ял итергә яратҡан.