Эстәлеккә күсергә

Чехов яр буйы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чехов яр буйы
Таганрог
Фотография
Чехов яр буйы, 2010 йыл
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Оҙонлоғо

1 030 м

картала

Яндекс. Картала

Чехов яр буйы— Таганрог ҡалаһында 2010 йылда төҙөлгән яңы яр буйы.

Яр буйы Таганрог ҡултығы ярындағы Таганрог металлургия заводының Андреев бухтаһы менән Бабушкин урамында торған «Вечная Слава павшим Героям» һәйкәле араһында урынлашҡан. Яр буйында «Тополь» профилакторийы һәм «Приазовье» ҡунаҡханаһы араһында бәләкәй генә Оло Ташбаҡа йылға тамағы ята.

Чехов яр буйы Таганрог ҡалаһында 2010 йылда Таганрог металлургия заводы тырышлығы менән төҙөлә[1].

Петр заманында Оло Ташбаҡа йылға тамағы янында өс бастионлы «Ташбаҡа» ҡәлғәһе торған"[2]. XX быуатта ҡәлғә территорияһына Таганрог металлургия заводының шлактарын түккәндәр.

Чехов яр буйы матурлап төҙөлгәнсе, ошо яр буйы участкаһында яр нығытылған һәм ер ауышмаһын өсөн ҡуйылған нығытмалар булған[3].

Чехов яр буйы территорияһы Таганрог хакимиәтенең капиталь төҙөү идаралыҡ хужалығы ҡарамағында булырға тейеш. Тик 2015 йылдың мартында Таганрог ҡалаһы мөлкәте менән идара итеү комитеты мәғлүмәттәре буйынса Чехов яр буйы капиталь төҙөлөш идаралығына әле булһа инмәгән[4].

Яр буйында урынлашҡан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Памятник А. П. Чехову «Вишнёвый сад» (скульптор Д. В. Лындин, 2009)[5].
  • Гостиница «Приазовье»[6].
  1. Мандрыкина Н. Приглашение в детство // Национальные приоритеты. — 2014. — 8 июня.
  2. Григорян М.
  3. Калинина А. Мусор «отдыхает» // Таганрогская правда. — 2014. — 5 сент.
  4. Собств. корр. В Таганроге Чеховская набережная завалена мусором 2015 йыл 2 апрель архивланған. // donday-taganrog.ru. — 2015. — 18 марта.
  5. Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 49.
  6. Собств. корр. В Таганроге в районе Чеховской набережной нашли змей // newtaganrog.blogspot.com. — 2014. — 24 апр.