Эстәлеккә күсергә

Чечерск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чечерск
Байраҡ[d]Герб[d]
Рәсем
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Čačersk
Дәүләт  Беларусь
Административ үҙәге Чечерский район[d], Q6546823? һәм Чечерский район[d]
Административ-территориаль берәмек Чечерский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 8927 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 146 метр[2]
Почта индексы 247150
Рәсми сайт chechersk.gomel-region.by
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/chechersk/…
Урындағы телефон коды 2332
Страница на сайте OSTIS Belarus Wiki Чечерск_3256501000
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Чечерске[d]
Карта
 Чечерск Викимилектә

Чечерск (бел. Чачэрск) — Белоруссияның Гомель өлкәһендәге ҡала, Чечерск районының административ үҙәге. Ҡала, Чернобыль АЭС-ындағы авария менән бәйле, радиация менән ныҡ зарарланған районда урынлашҡан.

Ҡала Гомелдән 67 км төньяҡта, Чечора Сож йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан.

Халыҡ һаны: 7600 кеше (2005), 8060 кеше (2013), 8086 (2014), 8222 (2016 йылдың 1 ғинуарына).

Ҡаланың исеме Чечора йылғаһынан килеп сыҡҡан.

Чечерск XII быуат йылъяҙмалары буйынса билдәле. Ҡаланың нигеҙендә боронғо ҡаласыҡ булғандыр, күрәһең, шунан XII—XIII быуаттарҙағы ҡалаларға хас булғанса, планлаштырылған структуралы ҡала үҫеп сыға.

XIV быуат урталарына тиклем (Литваға ҡушылғанға тиклем) Чернигов кенәзлеге составында була.

1772 йылға тиклем Чечерск — Бөйөк Литва кенәзлеге Минск воеводалығы Речица поветы Чечерск староствоһының үҙәге була.

Речь Посполитаяны 1772 йылда 1-се бүлгәндән һуң — Рәсәй империяһы (Рогачевский өйәҙе Могилев губернаһы) составында. Екатерина II ҡаланы билдәле урыҫ полководецы, крайҙың генерал-губернаторы З. Г. Чернышевҡа бүләк итә, шунан һуң ҡала шәп үҫешә башлай. Чернышев һәм уның вариҫтары тарафынан таш ратуша, өс сиркәү һәм костёл төҙөлә, крепостной театр, быяла заводы, винокурня барлыҡҡа килә; ҡала классик стилдә үҙгәртеп ҡорола.

Халҡы һаны[3][4][5][6][7][8][9][10]:
1897 1939 1959 1970 1979 1989 2006 2018
1200 5138 2865 5776 8303 9762 8043 8445
Милли составы
2009 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса[11][12]
Халыҡтар Һаны %
Белорустар 7408 92,7 %
Рус 442 5,53 %
Украиндар 86 1,08 процентҡа
Әрмәндәр 9 0,11 процент
Молдавандар 7 0,09 %
Грузиндар 4 0,05 %
Йәһүдтәр 4 0,05 %
Немецтар 4 0,05 %
  1. Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типаНациональный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. Беларуская Савецкая Энцыклапедыя: у 12 т. / гал. рэд. П. У. Броўка. — Т. 12: БССР. — Мн.: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя, 1975. — С. 697.
  4. Всесоюзная перепись населения 1939 г. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 12 февраль 2019.
  9. Статистический ежегодник Гомельской области. — Гомель, 2014. — С. 44–46.
  10. Статистический ежегодник Гомельской области. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 45–47.
  11. Перепись населения 2009. Национальный состав Республики Беларусь. Том 3 2019 йыл 18 февраль архивланған.. — Мн., 2011 — С. 114—117.
  12. Национальный состав Гомельской области.