Чинти башнялары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған
Чинтиҙағы биш ҡатлы башня

Чинти башнялары (груз. ჩინთის კოშკები) — Грузияның Чинти ауылы тирәләй урынлашҡан архитектура ҡомартҡылары комплексы. Арагви йылғаһының һул ярында төҙөлгән булғандар.

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл тарихи Пхови һәм Тианети ҡалалары араһында урынлашҡан. XVI быуатта Арагви Эристави биләмәһенә ингән, XVIII быуаттан - Картли-Кахетин короле ҡулы аҫтында ҡалған. Был урындар өсөн талашлы яуҙар булып торған. Шуға күрә яҡындағы ауылдар янында күпмелер йәшенеп торорға мөмкин булған айырым башнялар төҙөгәндәр. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә шишмә йә ҡоҙоҡ та булған. Шундай башнялар Чинти ауылы янында ла булған [1]

Ҡаялағы башнялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башнялар ҡая ҡырҙары буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан төҙөлгән. XVIII быуатҡа ҡарай. Ҡаялағы башняларҙың диуарҙары өс яҡтан ғына. Ныҡ зыян күргән. Көнсығыш башняның төньяҡ һәм көньяҡ диуарҙары әлегә тиклем һаҡланған, ә көнбайыш башня диуарҙары 0,7-1,2 метр бейеклектән башлана. Көнсығыш башняның төньяҡ диуарында икенсе ҡат кимәлендә ишек бар.

Ауылдағы башня[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биш ҡатлы бер башня ауылда,тигеҙлектә, Арагви йылғаһының һул ярында тора. 1982 йылда махсус фәнни реставрациялау оҫтаханаһы ремонт һәм реставрация эштәре башҡарған. Башняның етмәгән ерҙәре һәм ҡыйығы тергеҙелгән. Был ғәҙти булмаған башня. Өҫкө һәм аҫҡы яртыһының барлыҡ дүрт мөйөшө лә сталактиттарға ултыртылған.

Башня ның аҫҡы яғы юнылған таштарҙан эшләнгән. Диуарҙарының аҫҡы яғы аҡһыл көрән, өҫкө яғы һорғолт көрән. Аҫҡы өлөшөндә подвал бар. Берҙән бер аркалы ишек шул ҡатта эшләнгән. Бишенсе ҡатта - хәрби һаҡ торған.

Башняның өҫкө яртыһы ағас ярҡалар менән уратылған. Эсе иркен генә. [2].

Ҡомартҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Чинти башнялары Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына ингән [3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башни Грузии
  2. * თ. დვალი, საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 340-341, თბ., 2008 წელი. рус. Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 340-341, тб. , 2008 год.
  3. Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]