Эстәлеккә күсергә

Чуле монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чуле монастыры
груз. ჭულევის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Принадлежит к Грузинская православная церковь[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Урын Адигенский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Чуле монастыры Викимилектә

Чуле монастыры йәки Чулеви монастыры — XIV быуаттың Изге Георгий хөрмәтенә аталған көмбәҙле ҡорамы. Грузияла Тарихи Самцхе-Джавеки төбәгенең Адигени муниципалитетында урынлашҡан.

Ул Сапара һәм Зарзма монастырҙарының архитектура төркөмөнә ҡарай. Улар менән ҡорамдың планы һәм эске арауығы, сығынтыһыҙ тура мөйөшлө формаһы, алтарь стеналарына терәлеп торған көмбәҙе, бағана формаһындағы ике тәреһе оҡшаш, әммә күләме буйынса уларҙан бәләкәйерәк. Сиркәүҙең көнбайыш һәм көньяҡ яҡтан ике инеү урыны бар. Сиркәүҙе 1381 йылда Арсен биҙәй. Көньяҡ стенала инеү урынының өҫ яғында бер нисә ирҙең портретын күрергә мөмкин. Былар Джакели ғаиләһенең ағзалары: Саргис-Саба, Бек I, Саргис II, Кваркваре I, Шалва. Алтарҙың апсидаһында ике ниша бар. Фрескаларҙың ҡалған өлөштәрендә Изге Яҙманан тарихтар бирелә.

  • ქსე, ტ. 11, გვ. 407, თბ., 1987
  • ბერიძე ვ., სამცხის ხუროთმოძღვრული ძეგლები, თბ., 1970
  • კუტალაძე გ., მაისურაძე ო., ჭულე, თბ., 2008

Интернет ресурстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]