Чёрный Яр (Свердловск өлкәһе)
Чёрный Яр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Яңы Ләлә ҡала округы |
Халыҡ һаны | 41 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 624400 |
Ҡара Яр — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһенең Яңы Ләлим ҡала округындағы ҡасаба
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Свердловск өлкәһенең Яңы Ләлим ҡала округы муниципаль берәмегендәге Ҡара Яр ҡасабаһы Яңы Ләлим ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 70 километр алыҫлыҡта (автотрасса буйынса 102 км), Лобва йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Яр ҡасабаһы Ләлим йылғаһының һул ҡушылдығы булған мул һыулы һәм 222 километр оҙонлоҡтағы Лобва йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. Ҡасаба атамаһының килеп сығышы төрки теле менән бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Башҡорт телендә йылғаларҙың упҡынға тиң бейек ярлауҙары ҡара яр тип тип атала[3]. Шундай яр буйлап урынлашҡан тораҡ пункты ошо географик атаманың исемен алған.
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[4] |
41 |
Ҡасабаның күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба әллә ни ҙур булмаһа ла унан Рәсәй кимәлендә танылған байтаҡ ҡына шәхестәр сыға. Ғалим һәм педагог, авиация генерал-майоры Виктор Михайлович Вдовин (14.06.1946—27.07.2013)) шундай күренекле кешеләрҙең береһе[5]. Ул 1965 — 2001 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә төрлө вазифалар биләй. 1-се класслы хәрби штурман. 1400 сәғәткә яҡын һауа киңлектәрен айҡай. Ли-2, Ан-14, Ту-124ш, Ту-104ш, Ту-22м2, Бе-12 самолеттарында оса. Ҡыҙыл Байраҡлы Силәбе юғары хәрби авиация штурмандар училищеһын, Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай. 1979 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Һәрби-һауа академияһы эргәһендәге адъюнктураны тамамлай. Виктор Михайловичты коллегалары Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһында кафедра начальнигы урынбаҫары, кафедра начальнигы, фәнни мәктәп етәксеһе, докторлыҡ советы рәйесе буларәҡ та ихтирам итә.
Рәсәй мәғарифы эшмәкәре, дипломат һәм сәйәсмән, Федерация Советы ағзаһы (2001—2009) Анато́лий Анто́нович Коробе́йников[6] менән дә яҡташтары ғорурлана. Ул 1937 йылдың 3 октябрендә Ҡара Яр ҡасабаһында тыуа. Ставрополь педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң мәктәп директоры вазифаларын башҡара. Сәйәсәткә комсомол комитетындағы эше аша килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области (урыҫ)
- ↑ Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы. Өфө. Б 27 фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). — Өфө: «Китап», 2002. — 432 бит. ISBN 5-295-03104-7
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Вдовин,_Виктор_Михайлович
- ↑ https://ru.wikipedia.org/wiki/Коробейников,_Анатолий_Антонович