Шаруҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шаруҡанҡыпсаҡ ханы, Ҡоншаҡ хандың олатаһы. 1068 йылдың көҙөндә Альт йылғаһы буйындағы бөйөк Киев кенәзе Изяслав Ярославич етәкселегендәге рус кенәздәренең берләштерелгән хәрби көстәрен ҡыйратыуға ирешә. 1068 йылда Новгородтың беренсе йылъяҙмаһында Шаруҡан хандың рус кенәзе Святослав Ярославич тарафынан әсиргә алыныуы хаҡында яҙыла, әммә «Повесть временных лет» ҡулъяҙма әҫәрендә был хаҡта мәғлүмәт юҡ. 1107 йылда Бәнәк хан менән бергә Переславль районында Рускә ҡаршы һөжүм ойоштора. Сул йылғаһы буйында урынлашҡан Лубны ҡалаһына тиклем барып етә. 1107 йылдың авгусында Киев кенәзе Святополк Изяславич, рус кенәздәрен йыйып, ҡыпсаҡтарға ҡаршы һуғыш ойоштора, уларҙы ҡыйрата. Шаруҡан хан ҡасып ҡотола. Шаруҡандың ике улы: Сырсан менән Атраҡ шулай уҡ ҡыпсаҡ хандары дәрәжәһенәсә күтәрелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]