Шаршау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тирмә эсе шаршау менән бүленгән

Шаршау — башҡорттарҙың торлағын ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә бүлеү, ҡашығаяҡ яғын ҡунаҡ яғынан айырыу һ.б. нимәнелер ышыҡлау өсөн эленгән ҡорма (карауат шаршауы, сәңгелдәк шаршауы һ.б.).

Башҡорттар тирмә эсен ирҙәр яғын ҡатын-ҡыҙ яғынан айырыу өсөн бай орнаментлы, семәрле шаршау менән бүлеп ҡуйғандар. Ҡунаҡты ирҙәр яғында ҡабул итәләр, шул ваҡытта был шаршау бигерәк тә кәрәкле була. Аш-һыу әҙерләгән саҡта, мәшәҡәтле хужалыҡ эштәрен ҡунаҡтарға күрһәтмәҫ өсөн бик уңайлы. Төндә лә тартып ҡуйырға мөмкин. Башҡа ваҡытта шаршау йыйылып ҡуйыла.


Шаршау килен кешенең бирнәһендә була, уны туй йолалары ваҡытында бүләк итеп өләшәләр: «Кейәү килгәнде көтөп, ҡыҙҙар бергә ҡул эштәре эшләгәндәр, йөн иләп, шаршау, сымылдыҡ теккәндәр» («Кейәүләп йөрөү» йолаһы); «Ошо көн кис еңгәләр китәһе ҡыҙға шаршау тегешәләр, төрлө йырҙар йырлайҙар, сеңләү һамаҡтарын өйрәтәләр» («Ҡарта ашы»). «Кейәү йортонда киленгә ҡайһы мөйөштә урын бирһәләр, шунда шаршау тоталар. Киндер һуҡҡандан ҡалған ептән матур итеп бау үреп, йоҙроҡтай суҡ ҡуялар. Ул бер билдә була. «Суғы ла юҡмы?» — тип һорап ҡуялар ҡайһы саҡта» («Ҡыҙ йәшереү» йолаһы). Ҡыҙҙы оҙатҡанда еңгәләре, «Ҡәйнә, ҡайны йортонда/ Шаршау булыр ул өйөң./ Ҡыҙ сағыңда йылмайып ҡал,/ Һарғайыр әле йөҙөң», — тип тә йырлағандар.

Әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киш(е)мир ҙә шаршау, ебәк бау
Ҡорайыҡ та, ҡыҙый, түреңә.
Кейәүеңә яҡшы хеҙмәт итеп,
Тороғоҙ ҙа бергә ғүмергә.

Туй йыры

Шаршау[1] 40-50 см киңлектәге мамыҡ туҡыманан, йә иһә киңлеге 28-32 см булған киндер туҡыманан тегелгән; ғәҙәттә ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл (бурлат) ҡайһы берҙә аҡ төҫтә булған («Бурлат ҡына шаршау, бауы ебәк/ Теккән генә йөйө күк микән?/ Үткән генә ғүмер үтеп киткән/ Ҡалған ғүмеребеҙ күп микән?»).

Ебәктән, кишмирҙән тегелгән шаршауҙар ҙа булған. Быны башҡорт халыҡ йырҙары дәлилләй: …аҡ күрнисә эсендә кем,/ Аҡ күрнисә эсендә кем,/ Ебәк шаршау булһа ине кем, Зәйнәбем («Зәйнәбем» йыры). Киш(е)мир ҙә шаршау, ебәк бау/ Ҡорайыҡ та, ҡыҙый, түреңә./ Кейәүеңә яҡшы хеҙмәт итеп,/ Тороғоҙ ҙа бергә ғүмергә (Туй йыры).

Ҡорманы симметрик узорҙар яһап, бер нисә өлөштө ҡушып теккәндәр. Һуңынан ҡаймалап ҡуйғандар.

Шаршауҙың уртаһы, ғәҙәттә, төрлө орнаменттар йә булмаһа хайуан һүрәттәре менән биҙәлгән.

Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡында шаршау мифология менән бәйле әйбер булып һанала, халыҡта уның менән бәйле күп кенә юрауҙар йәшәп килә: «Төшөңдә шаршау күрһәң, сәфәр сығыуға. Әгәр ул шаршау ишек төбөндә булһа — тиҙ өйләнәһең, түр яҡта булһа — һуң өйләнәһең», «Шаршау күҙҙән һаҡлай» һ.б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Масленникова Т. А. Художественное оформление башкирского народного жилища. Уфа.: Гилем, 1998. 9,6 п.л.

Масленникова Т. А. Художественная организация среды в башкирском народном искусстве. Уфа: ООО «ДизайнПолиграфСервис», 2005. 31,85 п.л.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]