Эстәлеккә күсергә

Шаунака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фарсы риүәйәтендә күрһәтелгәнсә Шаунака Маһабһаратамдың шлокаларын уҡый.

Шаунака (Санскрит телендә:शौनक) ("IAST:śaunaka") ул уҡытыусы һәм Атхарваведала Шаҡһаға ҡараған төшөнсә. Ул бигерәк тә Ригведа-Пратисакхья, Бһраддэвата, Чарана-вьюха һәм Ригведаның алты Анукраманиһы авторы, билдәле Санскрит грамматигы исеме. Ул Катьяна һәм бигерәк тә Ашвалаянаның остазы тип иғлан ителә. Риүәйәттә ул Ведик Риши Гритсамада менән тәңгәл китерелә. Вишну Пурана буйынса Шаунака Грисамаданың улы һәм тормышның дүрт кимәлдәре системаһын уйлап сығарған. Сута маһамуни етәкселәре ШАунаҡа маһамуни булған төркөмгә риүәйәт хикәйәләрен һөйләгән. Ригведа-Пратисакһья Шаунакаға ҡарай тип әйтелә, ул уны башҡаларға Наймиша Урманында сатра-яджнана өйрәткән (12 көнлөк эш күп кешеле йыйылмала), моның тураһында Чампа ҡалаһынан Вишнумитра һөйләгән.[1][2] Шаунаканың Маһабһаратам эпоһында роле мөһим. Маһабһаратам Шаунакаға Наймиша Урманында рәйесе Шаунака булған конклав ваҡытында Уграва Саути тигән хикәйә һөйләүсе тарафындан һөйләнгән булған.

  1. (English)Mangaldeva Śāstri, The Rgveda-prātiśākhya with the commentary of Uvaṭa IAST by Śaunaka.; Vaidika Svādhyāya Mandira, Varanasi Cantt.,1959 ,OCLC: 28723321
  2. (Hindi)Virendrakumar Verma, Rgveda-prātiśākhya of Śaunaka Along with Uvaṭabhāshya IAST; Chaukhambha Sanskrit Pratishthan,38 U.A., Jawaharnagar, Bungalow Road, Delhi-110007, Reprint-1999; (also published by Saujanya Books,Delhi, and by Benaras Hindu University)