Шағирҙар подвалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шағирҙар подвалы — Дондағы Ростовта XX быуат башында эшләгән артистар кафеһы[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шағирҙар подвалы» кафеһы Дондағы Ростов ҡалаһының Гәзит тыҡрығындағы (Газит тыҡрығы менән Оло Баҡса урамы мөйөшөндә) 46-сы йорттоң тар ғына подвалында XX быуат башында асыла. Йорттоң үҙенең тарихы тағы ла боронғораҡ: ул XIX быуат уртаһында төҙөлгән һәм, быуаттар араһында, унда кафенан тыш фатирҙар, магазин һәм банк урынлашҡан була. «Шағирҙар подвалы» революциянан һуң, 19201922 йылдарҙа сәскә ата[2].

Кафе стеналары «һул» рәссамдар тарафынан сыбарланған. Кафе администраторы булып ҡарт театр эшҡыуары Гутников тора. Кафела бәләкәй генә сәхнә була, унда урындағы шағирҙар, артистар, юл ыңғайы һуғылған әҙәбиәтселәр шиғырҙар уҡыйҙар. Кафе Рюрик Рок етәкселегендәге урындағы шағир-ничевоктарҙың яратҡан урынына әйләнә. 1920 йылдың 15 авгусында «Шағирҙар подвалы» сәхнәһендә беренсе тапҡыр, үҙенең ил гиҙеп йөрөгәнендә Ростовҡа килеп сыҡҡан «Ер шары рәйесе», шағир Хлебников Велимир сығыш яһай. Саҡ ҡына аҙағыраҡ унда, Ростовтың «Театр оҫтаханаһы» театры ҡуйылышында, В. Хлебниковтың «Үлем хатаһы» пьесаһының премьераһы була. Труппа составында Шварц Евгений Львович эшләй. Хлебников премьерала ҡатнашаӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; хаталы исемдәр; күрәһең, улар бик күп.

Подвалда шулай уҡ 1920—1922 йылдарҙа «Ничевоктар» ― Дондағы Ростов шағирҙары Союзы эргәһендәге әҙәби төркөм, европалыларҙың «дадаистар» хәрәкәте аналогы сығыш яһай.

1945 йылдан алып[3] хәҙерге көнгә тиклем подвал бүлмәһендә түләүле йәмәғәт бәҙрәфе урынлашҡан. Өҫтәүенә, шуныһы ҡыҙыҡ, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бүлектәренә ингән ишектәр араһында, артистарса рухлы бәләкәй генә «На Газетном» исемле бар урынлашҡан[4].

2011 йылдың мартында «донъяның 1001 мөғжизәһе» сайты юрауы буйынса, түләүле йәмәғәт бәҙрәфе донъяның иң данлыҡлы бәҙрәфе булып киткән. Бының сәбәбе, иң беренсе сиратта, был подвал бүлмәһендә элек богемалар вәкилдәре йыйылған булыуы[5].

Әлеге ваҡытта әҙәбиәтселәр кафеһын элекке урынында тергеҙергә тигән план бар. Ошондай идея менән 2015 йылдың көҙөндә, Дондағы Ростовтың сити-менеджеры Горбань Сергей Иванович ҡала эшҡыуарҙары менән осрашыу ваҡытында сығыш яһай. 2016 йылдың 25 ғинуарында бында Бөтә Рәсәй ижади әҙәби кисә үткәрелә[6].

2016 йылдың йәйендә «Шағирҙар подвалы» урынлашҡан бина ремонтлана башларға тейеш ине. Кафены тергеҙеү һәм яңынан уны ижади йәштәрҙең осрашыу урыны итеү хыялын ҡала властәре 2018 йылда, ҡалала үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан, тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр[7].

Кафеға йөрөүсе билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бабель Исаак Эммануилович (18941940) — Рәсәй яҙыусыһы һәм драматургы[8].
  • Березарк Илья Борисович (18971981) — Рәсәй әҙәбиәтсеһе, журналист, театр сәнғәте белгесе, «Ничевоки» әҙәби төркөм ҡатнашсыһы.
  • Вейсбрем Павел Карлович (18991963) — урыҫ совет режиссёры.
  • Гнесин Михаил Фабианович (18831957) — урыҫ композиторы, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре.
  • Мане-Кац|Кац Мане Лейзерович (18941962) — рәсәй һәм француз рәссамы.
  • Мар Сусанна Георгиевна (19001965) — урыҫ шағирәһе, тәржемәсе.
  • Рок Рюрик (18981932) — Рәсәй шағиры, «Ничевоки» әҙәби төркөм лидеры.
  • Сарьян Мартирос Сергеевич (18801972) — әрмән һәм совет рәссам-пейзажсы, график һәм театр рәссамы.
  • Хлебников Велимир (18851922) — урыҫ Көмөш быуат шағиры һәм прозаигы, урыҫ авангард сәнғәтенең күренекле эшмәкәре.
  • Шварц Евгений Львович (18961958) — урыҫ совет яҙыусыһы, драматург.

Цитаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хлебниковтың „Үлем хатаһы“ тигән бәләкәй сәхнә әҫәре үҙенсәлекле гиньольгә әүерелде. Кафела өҫтәлдәр араһында тейешле шартлы кейемдә Үлем ханым йөрөй. Ул ҡулына шамберьер — оҙон шыйыҡ сыбыҡ тотҡан. Уның менән циркта аттарҙы үҙенә буйһондоралар. Тамашасылар араһында өҫтәлдәр артында хикмәтле маскаларҙа уның ун ике ҡунағы ултыра. Әлбиттә, пьесаның йөкмәткеһен асыу бик тәрән булманы, әммә спектакль Хлебниковтың драматик әҫәрҙәренең беренсе театраль кәүҙәләнеше тәжрибәһе булараҡ ҡыҙыҡлы ине (тик бер нисә йыл үткәс кенә уның „Зангези“ пьесаһын рәссам Татлин Владимир Евграфович Петроградта ҡуя)».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Медведев С. От греха подальше Есенин покидает Ростов // Кто главный. — 2008. — № 5.
  2. Поэтам нашли место...в туалете  (рус.). 4 февраль 2017 тикшерелгән.
  3. Егоров А. «Черчеллихины» кровати 2017 йыл 29 март архивланған. // Торгово-промышленные ВЕСТИ. — 2008. — № 96.
  4. Ростов-на-Дону и окрестности. Тайны степного мегаполиса. / Под ред. О. А. Хорошева. — Ростов-на-Дону: Наш регион, 2009. — 128 с. — ISBN 978-5-904422-01-1.
  5. lidiamp. Достопримечательность. Журнал смотрителя маяка (25 сентябрь 2013). Дата обращения: 4 февраль 2017.
  6. Карина. В Ростове намереваются восстановить «туалет на Газетном» (билдәһеҙ). www.rusmia.ru. Дата обращения: 4 февраль 2017.(недоступная ссылка)
  7. Виталий КОЛБАСИН. Фонари Петра I и кафе в туалете. Чем в Ростове будут привлекать туристов. www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 4 февраль 2017.
  8. Ключников А. Туалет для миссис Черчиль // Аргументы и Факты. — 2013. — 10 апр.