Шимановский йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Шимановский йорто (Таганрог)
Шимановский йорто | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Фрунзе урамы, 31. Икенсе адресы - Итальян тыҡрығы, 16. |
Архитектура стиле | модерн |
Нигеҙләнгән | 1850 йыл |
Шимановский йорто — Фрунзе урамы (икенсе адресы -Итальян тыҡрығы) , 31 -се һанлы йорт Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында төҙөлгән. Ике төрлө адресы йорттоң ике урам мөйөшөндә тороуынан килеп сыҡҡан. XIХ быуаттың икенсе яртыһында йорт Сычевтар ғаиләһенеке булған[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1850 йылда ҙур булмаған был бер ҡатлы йорт модерн стилендә[2] Таганрог ҡалаһының Фрунзе урамында , 31-се һан аҫтында торған[3]. Йорттоң өс тәҙрәһе Фрунзе урамына, ә тағы икәүһе — Итальян тыҡрығына ҡарап тора. 1870—1900 йылдарҙа йорт сауҙагәр Сычевтар ғаиләһенә ҡарай. 1870-се йылдарҙа Мирон Яковлевич Сычев йорт хужаһы була, 1880-се йылдарҙа — Михаил Яковлевич, ә ХIХ быуат аҙағынан 1910 йылға тиклем йорт Аким Яковлевич Сычев милкендә тора. Йорттоң һуңғы хужаһы 1890 йылда Дума Гласныйы булып һайлана, сауҙа депутация ағзаһы һәм ҡаланың маҡтаулы гражданы була. Мирон Яковлевич ун һигеҙ йәшлек Раиса Константиновна Дроссоға өйләнеүе һәм Грек сиркәһендә никахлашыуы менән билдәле. Ағалы-энеле Сычевтар Иҫке баҙар һәм вокзал райондарында мануфактура тауарҙары менән сауҙа итәләр. Улар әүҙем рәүештә ебәк туҡыма, йөн туҡыма, ситса, бурнус һәм ланкорт һатыуҙы гәзит баҫмаһында рекламалайҙар. Фрунзе урамында төҙөлгән йорт ҙур баҡса һәм хужалыҡ ҡаралтылары менән уратып алынған. Йорттоң «киҫеп алынған» мөйөшөндә элек колониалаь тауарҙар һатыу магазины торған, унда кофе һәм сәй һатҡандар. 1910 йылда йортто барлыҡ баҡса һәм хужалыҡ ҡаралтылары менән бергә табип Владимир Григорьевич Шимановский һатып ала. Уның ҡатыны- Марта Павловна. Табип Шимановский әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара,ҡала йәмғиәт учреждениелары менән берлектә эшләй. Уның шулай уҡ автомобиле була — ул ваҡытта был бик һирәк күренеш: транспорт саралары Таганрог ҡалаһының бары бер нисә кешеһендә генә булған. Шимановскийҙың үҙ балалары булмаған, ул туғандарының ике балаһын ҡараған.
1914 йылда был участкала бик үҙенсәлекле ҡоролма барлыҡҡа килә. Уның стенаһын төҙөүҙә ҡыҙыл кирбес, иҙән түшәүҙә паркет ҡулланыла. Бинаның стеналарына обой йәбештерелә, ә түбәһен декорлағанда альфрей эштәре үткәрелә. Өй түбәһен тимер ҡалай менән япҡандар. Участкала ҡаҙанлыҡ эшләгән, ул аш-һыу бүлмәһе янында урынлашҡан. Насос өйгә һыу биреү өсөн ҡулланылған. Йорт хужалығында 19-20 бүлмә була, шуларҙың 10-ы торлаҡ бүлмәләр, ҡалғандары икенсе маҡсатта файҙаланыла. Уларҙың дөйөм майҙаны 227 квадрат метр тәшкил итә.
1920-сы йылдарҙа табип Шимановский йортоноң бер аҙ өлөшөн юғалта. 1920−1922 йылдарҙа совет хәрби етәксеһе Щаденко Ефим Афанасьевич ул йортта йәшәй. Был хаҡта йорт фасадына ҡуйылған таҡта һөйләй. 1940-сы йылдарҙа йортта яҙыусы Владимир Владимирович Овечкин һәм рәссам Носков йәшәй. Баҡса территорияһы һәм ундағы ағастар бөтөнләй тиерлек юҡ ителгән. Йорттоң хужалыҡ ҡаралтылары торлаҡ йортҡа әйләндерелгән. 1953 йылға тиклем Шимановскийҙың йортонда Илья Яковлевич Акопов йәшәгән, 1956 йылдың апреленән 1966 йылдың мартына тиклем — Е. Е. Пастушенко. 1966 йылдың йәйенән алып 1970- се йылдарҙың аҙағына тиклем бинала ДАИ етәксеһе М. М. Алтухов йәшәгән. 1980-се йылдар аҙағында был йорт партия район комитетының хужалыҡ бүлеге начальнигы Д. Ф. Левченко йорто була.
1990-сы йылдарҙың уртаһында йорт янында гастроном тауарҙары менән һатыу итеүсе «Дора» лареғы эшләй. Йәй көнө ул ларек ҡала кешеләре араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында һалҡын һыра, һыу һәм туңдырғыс һатҡандар. Аҙаҡ йорт янында бер нисә йыл кафе эшләгән.
Хәҙер йорттоң Фрунзе урамы яғында фатирҙарҙы алмаштырыу конторы эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом 16. 2017 йыл 20 март архивланған.
- ↑ Дом 31. 2017 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Шимановского дом//Энциклопедия Таганрога, Ростов-на-Дону, Росиздат, 2003