Шкумбини
Уҡыу көйләүҙәре
| Шкумбини | |
|---|---|
| алб. Shkumbini | |
Шкумбини йылғаһы Либражд менән Эльбасан ҡалалары араһында. | |
| Характеристика | |
| Оҙонлоғо | 181 км |
| Бассейн | 2376 км² |
| Һыу ағымы | |
| Инеше | |
| · Координаталар | 40°52′58″ с. ш. 20°34′54″ в. д.HGЯO |
| Тамағы | Адриатик диңгеҙ |
| · Бейеклеге | 0 м |
| · Координаталар | 41°02′23″ с. ш. 19°26′34″ в. д.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Ил | |
| Шкумбини Викимилектә | |
Шку́мбини (алб. Shkumbini) — үҙәк Албания буйлап ағып, Адриатик диңгеҙгә ҡоя торған йылға. Был йылға Албания халҡын ике төрлө диалектта һөйләшеүсе ике төркөмгә айыра: йылғаның төньяғында — албан теленең гег диалекты, көньяғында тоск диалекты таралған.
Йылға Охрид күленән көньяҡ-көнбайышта, Поградец районының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тауҙарҙа башлана. Йылға тәүҙә төньяҡҡа ҡарай, унан һуң төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, артабан Либрадж ҡалаһы эргәһендә көнбайышҡа борола, шунан Эльбасан ҡалаһы янында тигеҙлеккә сығып, Адриатик диңгеҙгә ҡоя.
Һыуҙың уртаса ағымы — 70 м³/сек, көҙ һәм ҡыш ташҡын була, йәй һыуы — уртаса кимәлдә. Йылғаның һыуы баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола.