Эстәлеккә күсергә

Шмидт виллаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шмидт виллаһы
Нигеҙләү датаһы 1903
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Калининград
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27607966?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт detsadklgd27.ru/index.ht…
Указания, как добраться проспект Победы, 24
Карта
 Шмидт виллаһы Викимилектә

Шмидт виллаһы (1953 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — 27-се балалар баҡсаһы) — Кенигсбергта Амалиенау районындағы виллаларҙың береһе. 1903 йылда төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Төҙөлөш тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вилла тулыһынса уға замандаш модерн эпохаһы рухында төҙөлгән һәм югендстилдың сағыу өлгөһө булып тора. Асимметрик форма XIX—XX быуаттар сигенә хас романтизм тураһында һөйләй. Шуға ҡарамаҫтан, архитектор ялған тарихилыҡтан да, хәҙерге заман өлгөләрен һуҡырҙарса ҡабатлауҙан да һаҡланып ҡалған. Бина декорация буйынса тотанаҡлы, деталдәрен эшләү нәзәкәтле һәм ышаныслы башҡарылған Өҫтәге урта тәҙрә янындағы «1903 йылда төҙөлгән» тигән яҙыу буйынса даталана.

Әлеге ваҡытта вилла яҡшы торошта. 1945 йылдан һуң эсендә үҙгәртеп ҡоролған һәм балалар баҡсаһы итеп ҡулланыла.

Калининград, Еңеү проспекты, 24 йорт (1945 йылға тиклем — 30 Lawsker Allee)

27-се балалар баҡсаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

27-се балалар баҡсаһы 1949 йылдың сентябрендә Калининград ҡалаһының Сталинград районында асыла. Башта хәҙерге Уҡытыусылар Йорто бинаһында урынлаша. 1953 йылдың апрелендә Шмидт виллаһы бинаһына күсерелә һәм әле лә шунда эшләүен дауам итә.

1983 йылдан күреү һәләте боҙолған балалар өсөн компенсация төрөндә балалар баҡсаһына әйләнә.

2013 йылдың ноябрендә 13-сө балалар баҡсаһы менән ҡушыла һәм ҡатнаш типтағы балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелә (учреждениеның профиле һаҡлана).

  1. Постановление Правительства Калининградской области № 132 от 23.03.2007