Эстәлеккә күсергә

Шуамталағы саң манараһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Шуамталағы яңы саң манараһы - (груз. ახალი შუამთის სამრეკლო) - Грузиялағы Шуамта монастырында урынлашҡан ҡыңғыраулыҡ, милли әһәмиәттәге ҡомартҡы.

Саң манараһы Телави муниципалитетының Вардисубани ауылындағы Шуамта монастырында эшләнгән.

Риүәйәттәр буйынса, уны Кахетия королеваһының аҫыраусыһы Тинатин төҙөткән. Сиркәү ҡыңғыраулығы XVI быуатта уҡ булған, был хаҡта Рәсәй илселәренең яҙмалары мәғлүм итә.

Саң манараһы дүрт ҡатлы итеп төҙөлгән. Аҫҡы өс ҡатында торлаҡ бүлмәләр булған. Дүртенсе ҡатта ҡыңғырауҙар ҡуйылған.

Бина 1833 йылда ташҡын ваҡытында емерелгән. 19-сы быуатта саң манараһы Рәсәй йоғонтоһонда үҙгәртелгән.

Шуамталағы яңы манара Грузияның милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән [1].

2007 - 2008 йылдарҙа сиркәүҙә һәм манарала тергеҙеү эштәре башҡарылған. Реставрациянан һуң манара сиркәү ҡарамағына бирелгән.

  • Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 1-II, с. 199-202, тб. 2015 год.