Шхепи ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шхепи ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Шхепи ҡәлғәһе (груз. შხეფის ციხე) - Көнбайыш Грузияла, Самегрело ( Сенаки янында) төбәгендәге урта быуаттарҙа һалынған ҡоролма.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мегрелиялағы ҙур булмаған, әммә матур ҡоролған ҡәлғә, Сенаки ҡалаһынан көнсығыштараҡ бейек тауҙарҙа урынлашҡан. Бик боронғо, феодаль осорға тиклемге ҡоролма тип һанала.

Ҡәлғә менән бәйле иң билдәле ваҡиға 1590 йылда булған: бында мегрел кенәзе Георгий III Дадианиҙың улы Леван Дадиани вафат булған. Шул уҡ йылда ахыры Имеретия батшаһы Леван I вафат булған. Йәғни, ҡәлғә юғары дәрәжәле кешеләр өсөн зиндан булып хеҙмәт иткән [1] .

Һуңғараҡ ҡәлғәнән аҫтараҡ Дадиани кенәздәр усадьба тотҡан.

1979 йылда археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелгән. XVI быуатта бында Чиладзе дворян ғаиләһе булған.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта ҡәлғәнән үҙәк башня, ныҡ емерелгән көнсығыш башня һәм көнбайышындағыһының емерелгән нигеҙе һаҡланған. Һүрәттәрҙә күрһәтелгән йорт һаҡланмаған, унда сыуал урыны менән диуарҙың бәләкәй өлөшө генә ҡалған. Харабалfрҙsң үҙенсәлегенә ҡарап бында шарап һаҡлағандарҙыр тигән фараз да тыуа. Һыу йыя торған урын булғанға ла оҡшаған [2].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ე. გვენეტაძე, გ. გაგუა „საჯავახოს მხარე“ „პარალელი“ N5, გვ. 217 — თბილისი, 2013 წ. ISSN 0235-8417
  2. Крепость Шхепи

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ე. გვენეტაძე, გ. გაგუა „საჯავახოს მხარე“ „პარალელი“ N5, გვ. 217 — თბილისი, 2013 წ. ISSN 0235-8417 рус. E. Гвенетадзе Г. Гагуа "Самеавако Сайд" "Параллель" N5, с. 217 - Тбилиси, 2013 ISSN 0235-8417

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры
  • Крепость Шхепи