Эстәлеккә күсергә

Шәйех Лотфулла мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Мечеть Шейха Лютфуллы
фарс. مسجد شیخ لطف الله

Мәсеткә күренеш Наҡшә Джахан майҙаны (Имам майҙаны)
ИлИран Иран
ОстанИсфахан
ҠалаИсфахан
йүнәлеш, мәктәпшиизм
Мәсет төрөДжума-мәсет
Архитектура стилеИсфахан мәктәбе Фарсы архитектураһы Ислам архитектура элементтары менән
АрхитекторБәхә-әд-дин әл-Әмили һәм Мөхәммәт Риза Исфахани
Төҙөлөштө башлаусыБөйөк Аббас-Шах
Төҙөлөш1603—1619 йылдар
Көмбәҙҙәр һаны1
Көмбәҙ диаметры13 метр
Манаралар һаны0
Торошодействующая
ТәрәүихДаY
ИфтарДаY

1619

Шәйех Лотфулла мәсете (фарс. مسجد شیخ لطف الله / Masjede Šeykh Lotfollâh) — Исфахандың иң ҙур мәсете, Наҡшә Джахан майҙаны (шулай уҡ Имам майҙаны тип атала), Исфахан ҡалаһы үҙәгенең көнсығышында уранлашҡан, ул — Иранда һәм донъяла иң ҙур мәсеттәрҙең береһе. Ул фарсы архитектураһының, атап әйткәндә, исфахан мәктәбенең сағыу өлгөләренең береһе булып тора. Наҡшә Джахан майҙаны һәм уның биләмәләрендә урынлашҡан архитектура ҡомартҡылары составындығы Ирандағы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарының береһе һанала.

Мәсетте төҙөү инициаторы булып, 1598 йылда үҙ империяһының баш ҡалаһын Казвиндан Исфаханға күсереүсе, Сефевиды хакимы Бөйөк Аббас-Шах тора. Төҙөлөш 1603 йылда башланып, 1619 йылда тамамлана. Был — Исфаханда Аббас-Шах ойошторған грандиоз төҙөлөштәрҙең тәүгеһе була. Һуңынан ошо мәсет эргәһендә Наҡшә Джахан майҙанында Исфахандың башҡа бер нисә архитетктур шедеврҙары төҙөлә, атап әйткәндә Али Гапу һарайы һәм Имам мәсете (тарихи атамаһы — Джамә-ә Аббас һәм Ша́х мәсете). Шәйех Лотфулла мәсете һәм үрҙә һаналып киткән биналарҙың авторҙары - Бәхә-әд-дин әл-Әмили һәм Мөхәммәт Риза Исфахани. Мәсет, тәүге йылдарҙа ошонда имам булыусы, Шәйех Лотфулла исемен йөрөтә. Шәйех Лотфулла мәсете үҙенең мөһабатлеге, төрлө төҫтәге һәм биҙәкле майоликаның күплеге менән айырыла. Ул Ирандың һәм донъяның иң матур һәм бөйөк мәсеттәренең береһе булып һанала. Шулай уҡ мәсет манараларының булмауы менән дә айырыла.

  • M. Ferrante: ‘La Mosquée de Šaiḥ Luṭfullah à Ispahan: Relevé planimétrique’, Travaux de restauration de monuments historiques en Iran, ed. G. Zander (Rome, 1968), pp. 421–40