Шәрәфетдинова Сәғирә Сабирйән ҡыҙы
Шәрәфетдинова Сәғирә Сабирйән ҡыҙы (рус. Шарафитдинова Сагира Сабирьяновна) - (Сәғирә Тамъяни — псевдоним; 28 март, 1963 йыл) - мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2019)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинова 1963 йылдың 28 мартында БАССР-ҙың Белорет районы Шығай ауылында тыуған.
1980 йылда Шығай урта мәктәбен тамамлай.
1999-2004 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡый.
2018 йылда ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Социаль-мәҙәни өлкәлә менеждмент"бүлеген тамамлай.
1981 йылда хеҙмәт юлын Шығай урта мәктәбендә пионервожатый булып башлай. 1987 йылдан мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып эшкә күсә,өлкән тәрбиәсе,интернат мөдире вазифаларын башҡара.2010 йылда ауыл мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдан"Өлкәр" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе.
2016 йылда тырыш хеҙмәте өсөн район кимәлендә "Хеҙмәт алдынғыһы" тигән таныҡлыҡ тапшырылған. 2020 йылда республика ауыл мәҙәниәт йорттары конкурсында "Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме һәм грант бирелгән.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша - һынлы биҙәү әйберҙәре (кейеҙ,ҡорама) буйынса "Аҡтамыр" халыҡ клубы етәксеһе [1].
Милли ойошмалар эшендә әүҙемлеге өсөн Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты итеп һайланған (2015)
Әҙәби эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәләре район, республика матбуғатында баҫылып тора; мәҫәлән, төрлө йылдарҙа "Ағиҙел" журналында "Хәйлә" (2001), "Боралҡы"(2005), "Һаҡау кәкүк тауышы" (2006),"Хөкөмһөҙ бала" (2007),"Ҡибла ҡайһы яҡта" (2014), "Иҫке күпер" (2015), "Шоңҡар" журналында - "Сүллектәге рауза сәскәһе" (2015), шиғырҙар шәлкеме һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрҙе. Шулай уҡ төрлө йыйынтыҡтарҙа шәлкемдәре баҫылған.
- бүләктәре
- "Ағиҙел" журналы хикәйәләр конкурсында премия (2005)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәр Үтәбай.Телеңдән һөйөн,Сәғирә! -"Ағиҙел",2019, 9-сы һан, 170-172 биттәр
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ҺАЙ, БАШҠОРТОМДОҢ ЙОЛАЛАРЫ! -"Киске Өфө", 08 март, 2016
- "Көҙгө күкрәү"(недоступная ссылка) 110-сы бит,
- ШАРАФУТДИНОВА-ГАЛИУЛЛИНА САГИРА САБИРЬЯНОВНА