Щепин Владимир Олегович
Щепин Владимир Олегович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 31 июль 1957 (67 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Щепин Владимир Олегович (31 июль 1957 йыл) — Рәсәй ғалимы, йәмәғәт һаулығы өлкәһендә белгес, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2004), РФА ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылдың 31 июлдә тыуған.
1984 йылда 2-се Мәскәү медицина институтының дауалау факультетын, ә 1986 йылда клиник ординатураны тамамлай.
1986 йылдан алып 1988 йылға тиклем — Н.А. Семашко исемендәге һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм социаль гигиена Бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.
1988 йылдан алып 1990 йылға тиклем — РСФСР Һаулыҡ һаҡлау ҡарамағындағы Дүртенсе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының табип-инспекторы.
1990 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Н.А. Семашко исемендәге йәмәғәт һаулыҡ һаҡлауҙың милли ғилми-тикшеренеү институтында ҡабаттан эшләй, унда ғилми хеҙмәткәрҙән алып фәнни эш буйынса директор урынбаҫарына тиклем юл үтә.
1993 йылда кандидатлыҡ, ә 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2000 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.
2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты
1998 йылдан Сеченов университеты табибтарҙың юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белеме факультетының йәмғиәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлау кафедраһы мөдире
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт һаулығының фундаменталь проблемаларын өйрәнеү һәм анализлау буйынса ғилми эш алып бара
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптә 14 монография һәм китаптары бар.
Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[1]
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- РМФА Президиумы Почёт грамотаһы
- Н.А. Семашко исемендәге РМФА премияһы дипломы
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигына» почёт билдәһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 20.12.2007 № 1719 . kremlin.ru. Дата обращения: 17 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владимира Олеговича Щепина РФА рәсми сайтында
- 31 июлдә тыуғандар
- 1957 йылда тыуғандар
- Рәсәй дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары