Ырғыҙ (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
«Ырғыҙ» — Һамар өлкәһе башҡорттарының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусыһы — Һамар өлкәһе хөкүмәте һәм Һамар өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы (Конгресы)» ижтимағи ойошмаһы. 2000 йылдың ғинуарынан алып башҡорт телендә донъя күрә. Айына 1 тапҡыр баҫыла. Гәзитте асыуҙа Шамил Ғәлимов фиҙаҡәрлек күрһәтә. Баҫманың тәүге мөхәррире Сания Ноғманова була, ә 2000 йылдың көҙөнән, баш мөхәррир булараҡ, баҙманы Сәлимә Краснова етәкләй.
Гәзиттә Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың хәҙерге тормошона, тарихына, мәҙәни мираҫына, милли йолаларына, туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә ҡағылышлы материалдар төп урынды биләй.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия. — Том 3. — Научное издательство «Башкирская энциклопедия». — Уфа, 2007. — б. 188.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был гәзит тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |