Эгриси комплексы
Эгриcи комплексы - (рус. Комплекс Эгриси, груз. ეგრისის კომპლექსი) - Грузияның Квемо Картли төбәгендәге милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эгриcи комплексы Грузияның Квемо Картли төбәгендәге Дманиси муниципалитеты Гомарети ауылынан 3 км көньяҡтараҡ, Карабулаги йылғаһының һул ярында, Насоплар Эгриси ауылында урынлашҡан ҡаралты.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эгриси ауылына Самегрелонан күсеп килгән Ларадзес нигеҙ һалған. Самегрело тигән боронғо атамаһы ла һаҡланып ҡалған. Эгриси ауылы икегә бүленеп, береһе ҙурыраҡ булған. Хәҙерге ваҡытта өс зал, Ларадзес һарайы һәм башҡа биналар емерек хәлдә.
Бында ҙур сиркәү һаҡланған, ул бер аҙ емерелгән, унда һүрәт ҡалдыҡтары бар.
Икенсе боронғо ҡоролма - Дева Мария сиркәүе. Унда ла өлөшләтә һүрәттәр һаҡланған.
Өсөнсөһө - XVIII быуатта төҙөлгән баптист сиркәүе.
Грузия президентының 2006 йылдың 30 мартында иғлан иткән указына ярашлы, «Эгриси» комплексы Грузияның Мәҙәниәт, спорт һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау министрлығының милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия "Грузия" , Т. 2, стр. 540-541, тб., 2012 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.