Эзбизләнгән үрсем
Эзбизләнгән үрсем — Зарарланған 4—5 көнлөк ҡарышлауыҡтар, үлеп, аҡһыл (һорғолт һәм башҡа төҫтә лә булыуҙары ихтимал) төҫтәге оҙонсараҡ аҡбурға әйләнә. Шуның өсөн дә аскосфероз ауырыуын эзбизләнгән үрсемдәр (известковый расплод) тип тә йөрөтәләр.
Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырыу тәүҙә әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарында башланып, унан һуң эшсе ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарына күсә. Был йоғошло ауырыуҙы перицистис бәшмәктәре тыуҙыра. Ҡарышлауыҡтың өҫтө аҡ бәшмәк менән ҡаплана һәм ул үҫеүҙән туҡтай, ҡорой һәм үлә. Бәшмәктең һеркәһе (орлоғо) ҡарышлауыҡтың эсенә лә аҙыҡ менән үтеп инә һәм, үҫеп, уны үлтерә. Өлкән бал ҡорттары уға бирешмәй. Бала тәрбиәләүсе эшсе ҡорттар был ауырыуҙы бер күҙәнәктән икенсеһенә тарата. Тәүҙә умартаның ситендәге асыҡ тороп ҡалып һыуынған ҡарышлауыҡтар үңәҙләнә башлай, унан һуң үңәҙ ҡалғандарына ла тарала. Был ауырыуҙы апрель айынан башлап сентябргә тиклем осратырға мөмкин. Бигерәк тә июнь — август айҙарында ауырыу йыш күҙәтелә. Ҡарышлауыҡтар, күҙәнәк ҡапҡасы ябылғас, үлә.
Ауырыу ямғырлы йылдарҙа, дымлы умарталарҙа, көсһөҙ күстәрҙә яҡшы үрсей.
Дауалау саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, ояларҙы яҡшылап йылытырға, умартаны ҡоро урынға күсерергә һәм уға көслө күс ябырға кәрәк. Юғары (50—60 сантиметр) ултыртылған умарталарҙа был ауырыу аҙыраҡ күҙәтелә. Мамыҡтан яһалған йылытҡыс мендәрҙәрҙе мүктән яһалғандары менән алмаштырыу, ныҡ зарарланған күсте таҙа умарталарға күсереп ултыртыу ыңғай һөҙөмтә бирә.
Был ауырыуға ҡаршы нистатин ҡулланыла. Уны, сиропҡа ҡатнаштырып, ҡорттарға ашаталар. Сироп (50 процентлы) бер литр һыуға бер килограмм шәкәр ҡомо ҡушып әҙерләнә. Бер литр сиропҡа 500 мең берәмек иҫәбенән нистатин ҡушыла.
Нистатинды (таблетка йәки он хәлендә һатыла) иҙеп, 150 грамм самаһы йылы һыуҙа иретеп, сиропҡа ҡушалар һәм яҡшылап болғаталар.
Нистатин һыуҙа насар ирей. Әгәр һыуға аҙ ғына аш тоҙо (100 грамм һыуға бер грамм самаһы) өҫтәһәгеҙ, ул яҡшыраҡ ирей. Һәр рам араһындағы ҡорттарға 100 грамм иҫәбенән дарыулы сироп бирелә. Әйтәйек, умартала күс 10 рам араһын биләһә, уға бер литр сироп бирергә кәрәк. Был дарыу ҡушылған сиропты күскә 3—5 көн аша өс тапҡыр бирергә мөмкин. Ныҡ зарарланған ҡайһы бер рамдарҙы дарыулы сироп менән «Росинка» ярҙамында һиптереп, бер аҙ еүешләһәң, ыңғай һөҙөмтә бирә. Был осраҡта сироп (20 процентлы) 200 грамм шәкәр ҡомона 800 грамм һыу ҡушып әҙерләнә. Бер рамдағы ҡарышлауыҡтарҙы дауалау өсөн 50 мең берәмек нистатин ҡушылған 20 миллилитр сироп етә.
Күреүебеҙсә, был ысул менән дауалағанда оя еүешләнә. Ояны еүешләмәҫ өсөн, нистатинды ҡоролай ҙа файҙаланалар. Йөҙ грамм шәкәр йәки глюкоза онона (пудраһына) 2 миллион берәмек нистатинды яҡшылап ҡатнаштыралар. Был ҡатнашманы быяла һауытҡа һалып, өҫтөн марля менән ҡаплап бәйләйҙәр, Бал ҡорто ғаиләһен тәрбиәләгәндә зарарланған үрсеме булған кәрәҙҙе саңлағыҙ. Ҡатнашманы кәрәҙгә һәм өлкән бал ҡортоноң тәненә һипһәгеҙ ҙә зыян юҡ, ә кәпләнмәгән йәш үрсемде саңларға ярамай. Перицистие бәшмәгенең һеркәләре умартала, умарталыҡта, балда, һитәлә, кәрәҙҙә һәм башҡа әйберҙәрҙә дүрт йыл һаҡлана. Шуның өсөн уның менән көрәшеүе ҡыйын. Ауырыуҙы варроатоз талпаны ла көсәйтә.
Шуға ла умарталыҡта таҙалыҡҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәк, кәрәкмәгәндә антибиотик дарыуҙарҙы ҡулланырға ярамай.
Умартаны һәм башҡа әйберҙәрҙе 10 процентлы водород перекисы йәки ярты процентлы ҡырмыҫҡа кислотаһы менән дезинфекциялайҙар. Бер квадрат метр майҙанға 0,25 литр иретмә ҡулланыла. Был эште бер сәғәттән ҡабатлайҙар, һуңынан умартаны һәм башҡа кәрәк-яраҡты һыу менән йыуалар, ҡояшта киптерәләр. Таҙа кәрәҙҙәргә 10 процентлы водород перекисы йәки ярты процентлы ҡырмыҫҡа кислотаһы иретмәһен тултырып, 5 сәғәткә ҡалдыралар. Һуңынан кәрәҙҙәрҙе, иретмәһен бушатып, һыу менән йыуалар һәм киптерәләр. Ауырыу күстәрҙән алынған кәрәҙҙәрҙе һаҡларға ярамай, уларҙы иретергә кәрәк. Йәйге осорҙа оялағы кәрәҙҙәрҙе күберәк алмаштырыу, яңы кәрәҙҙәрҙе күберәк төҙөтөү был ауырыуҙан ҡотолоу сараларының береһе булып тора.