Эмилия Реджепи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эмилия Реджепи
алб. Emilija Redžepi
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Kosovo.svg Косово
Тыуған көнө 15 июль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Косово, Призрен[1]
Һөнәр төрө сәйәсмән

Эмилия Реджепи (алб. Emilija Redžepi, 15 июль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (47 йәш), Призрен[1]) — Косово сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Босния милли аҙсылығы мәнфәғәттәрен яҡлаусы Яңы Демократик партия рәйесе. Косово премьер-министрының ғәмәлдәге өсөнсө урынбаҫары, 2021 йылдың 22 мартынан аҙсылыҡ хәле һәм кеше хоҡуҡтары өсөн яуаплы. Элек — хакимиәт һәм урындағы үҙидара министры (2020)[2], Косово парламенты депутаты була (2014—2020)[3][4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эмилия Реджепи 1973 йылдың 15 июлендә Югославия Федератив Социалистик Республикаһының Призрен ҡалаһында тыуған[4].

Юғары педагогик белем һәм политология буйынса магистр дәрәжәһен ала[3][4].

Призрен муниципалитеты советы ағзаһы, Призрне ассамблеяһы спикеры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм энергетика министры урынбаҫары вазифаларын биләгән[3].

Косовола Босния ойошмаһын Вакат[en] — өс сәйәси партия колалицияһы күрһәтә. 2010 йылда парламент һайлауҙары алдынан Эмилия Реджепи 2009 йыл Яңы демократик партияға нигеҙ һала. Косовола сәйәси партияны етәкләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була[3]. 2010 йылда һайлауҙар йомғаҡтары буйынса был партия парламентта бер урын ала һәм алдағы һайлауҙарҙа ла урынды һаҡлай.

2014 йылда парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр Косовоның парламенты депутаты итеп һайлана[3]. 2017 йылда һайлауҙарҙа яңынан һайлана.

Косово конституцияһына ярашлы бер министрлыҡты милли аҙсылыҡ вәкилдәренең береһе етәкләргә тейеш. Босния милли аҙсылығының вәкиле булараҡ Эмилия Реджепи 2019 йылда парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса ойошторолған Куртиҙың беренсе кабинетына инә. Эмилия Реджепи хакимиәт һәм урындағы үҙидара министры вазифаһын ала. 2020 йылдың 3 февралендә Косово парламенты Курти хөкүмәтен раҫлай[2]. 25 мартта парламент COVID-19 пандемияһы менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл индереүҙән баш тартыуы өсөн Курти хөкүмәтенә ышанмаусанлыҡ вотумын белдерә[5][6].

Босния милли аҙсылыҡтың вәкиле булараҡ Эмилия Реджепи 2021 йылда парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса ойошторолған Куртиҙың икенсе кабинетына инә[7]. Эмилия Реджепи премьер-министрҙың аҙсылыҡ хәле һәм кеше хоҡуҡтары өсөн яуаплы булған өсөнсө урынбаҫары вазифаһын ала.

Босния (сербохорват), албан, төрөк һәм инглиз телдәрендә һөйләшә[3][4].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кейәүҙә[3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]