Эстәлеккә күсергә

Энгсё замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Энгсё замогы
Сайт Рәсми сайт

Энгсё замогы (швед. Ängsö slott) — замок, Швецияның Вестманланд ленының Вестерос ҡалаһы янында урынлашҡан.

Энгсё замогы Меларен күлендәге шул уҡ исемдәге утрауҙа урынлашҡан. Замок куб формалы дүрт ҡатлы таш һәм кирбес бинанан ғибәрәт. Уның түбәнге өлөштәре Урта быуаттарҙан һаҡланған. 1630-сы йылдарҙа һарай ремонтлана һәм киңәйтелә. Дүртенсе ҡат, ике баҡса флигеле һәм яңы ике ҡатлы бина, замоктың ҡыйығы 1740-1741 йылдарҙағы архитектор Карл Хорлеман проекты буйынса реконструкциялау барышында төҙөлә. Шул ваҡыттан алып замок хәҙерге күренешен үҙенә ала. Замок эргәһендә ҙур парк урынлашҡан ҙур, ә уның эсендә швед байҙарының портреттар коллекцияһы һаҡлана.

Беренсе тапҡыр Энгсе замогы Энгсев тип (швед. Engsev) Швеция короллегенең короле Кнут I Эрикссон (1167-1196 йылдарҙа идара итә) хартияһында телгә алына, атаһы үлгәндән һуң, ул атаһы Изге Эрик IX мөлкәтен мираҫҡа ала, [1]. 1272 йылға тиклем замок Рисеберг аббатлығына ҡараған була, ә һуңынан Швеция хакимы һәм Стокгольмды нигеҙләүсе Биргерҙең никахтан тыш тыуған улы Биргерссон Грегерс тарафынан яулап алына.

1475-1710 йылдарҙа замок Спарре ғаиләһенә ҡарай. Хәҙерге замок ҡәлғә сифатында риксрод Бенгт Фадерссон Спарре тарафынан 1480 йылда төҙөлә.

Замок бинаһы 1959 йылда музейға әйләндерелә һәм 1965 йылда архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелә. Хәҙерге ваҡытта йәй көндәре кешеләр өсөн асыҡ[2].

  1. Ängsö: Ett gods som har tillhört Erik den helige”, Lars Gahrn och Staffan Fridell, 2010
  2. Ю. В. Антонова. Замки и крепости Швеции и Финляндии. — Издательство "Вече". — С. 219. — 356 с. — ISBN 9785444477083.