Эстон алфавиты
Уҡыу көйләүҙәре
Эстон алфавиты — эстон телендә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы.
Эстон алфавитында бөтә стандарт латин хәрефтәре һәм бер нисә диакритик тамғалы хәреф ҡулланыла.
A a | B b | C c | D d | E e | F f | G g | H h |
I i | J j | K k | L l | M m | N n | O o | P p |
Q q | R r | S s | Š š | Z z | Ž ž | T t | U u |
V v | W w | Õ õ | Ä ä | Ö ö | Ü ü | X x | Y y |
c, q, w, x, y хәрефтәре башҡа телдәрҙән алынған исемдәрендә генә ҡулланыла (мәҫәлән, New York, Casablanca, Quebéc, Marx)
f, š, z, ž хәрефтәре башҡа телдәрҙән алынған һүҙҙәрендә генә ҡулланыла (мәҫәлән, foto, šokolaad, želee, zooloogia). Әммә элекке алынған һүҙҙәрендә бындай хәрефтәре һәм өндәре юҡ: vabrik, kalossid, kohv.