Эстәлеккә күсергә

Эш һөйөүсәнлек йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Эш һөйөүсәнлек йорто
Ил Рәсәй
Адрес Таганрог, Гоголь тыҡрығы, 114
Нигеҙләүсе Яков Поляков
Нигеҙләнгән 1898 йыл

Эш һөйөүсәнлек йорто  — XIX быуат аҙағында Таганрог ҡалаһы, Гоголь тыҡрығы, 114 адресы буйынса төҙөлгән йорт. Бина XXI быуатҡа тиклем һаҡланған, әммә үҙенең тәғәйенләнешен үҙгәрткән һәм хәҙер унда торлаҡ йорт[1].

Яков Соломонович Поляков 1832 йылда йәһүд ғаиләһендә тыуған, билдәле банкир, эшҡыуар һәм Аҙау-Дон коммерция банкын асып ебәреүсе булып китә. Тарихта уның ике ағайы телгә алына: уларҙың береһе, Самуил Соломонович Поляков бер нисә тимер юлдың подрядсыһы була, икенсеһе — Лазарь Соломонович Поляков Мәскәү земство банкын ойоштора[2].

Эш һөйөүсәнлек йортона нигеҙ һалыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таганрогта Яков Поляков 1868 йылдан алып йәшәй, ҡала өсөн бик күп эшләй. Ул үҙенең сауҙа йортон асып өлгөрә, ат заводы һәм буксир пароходсылығы контораһына нигеҙ һала[1]. Шәфҡәтлелеккә күп ваҡыт бүлә — Яков Поляков 1898 йылда ҡалала асҡан «Эш һөйөүсәнлек йорто» шуны раҫлаусы факт булып тора. Был бина беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған — хәҙер Гоголь тыҡрығы,114 адресы буйынса торлаҡ йорт урынлашҡан[1]. XIX быуатта Рәсәй империяһы территорияһында «Эш һөйөүсәнлек йорттары» таралыу ала. Уларҙы ойоштороусылар фәҡирлектә йәшәүселәргә хәйер бирмәй, ә эш менән тәьмин итеп, үҙҙәренә йәшәү өсөн аҡса эшләргә мөмкинлек биреү аша ярҙам итергә теләйҙәр[3]. Ҡайһы берҙә ундай атама белем биреү йорттары өсөн дә хас була. Ул осорҙа йәһүд ғаиләһе балалары һөнәри белемде тик һөнәрселек училищеһында ғына ала алалар. Улар төрлө йәһүд ойошмалары һәм айырым кешеләр бүлгән аҡсаға йәшәйҙәр. Яков Поляков Таганрогта тап шундай уҡыу йортон аса.

Училищеның үҙенең етерлек ҙур үлсәмдәге ер участкаһы һәм амбулаторияһы була. Уҡыу йортоноң мөлкәте 20 мең һум менән баһалана. Уҡыусыларҙы тоторға Яков Поляков йыл һайын сама менән 2000 һум аҡса тотона[4]. Был кешенең хеҙмәтен иҫәпкә алып, уға тоҡомдан килгән дворян титулы бирелә һәм тайный советник дәрәжәһе менән бүләкләнә, шулай уҡ уны күп ордендар менән бүләкләйҙәр[1]. Таганрогта Эш һөйөүсәнлек йортон асыусы Яков Поляков 1909 йылда вафат була[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Памятники архитектуры, истории и культуры Таганрога на Старых открытках и фотографиях, 186 с. — С.158 2017 йыл 2 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 Царица Парижских Кабаре. Александр Васильев, Людмила Лопато. Издательство Альпина Нон-Фикшн, 2011 год. — 355 с. — С. 37
  3. Петербургская городская дума:1846-1918, Б. Б. Дубенцов, Валерия Антониновна Нардова, Санкт-Петербургский институт истории (Российская академия наук), ЛИки России, 2005 — Всего страниц: 541, — С. 234
  4. Евреи на донской земле: история, факты, биографии. Михаил Гонтмахер, Ростиздать, 1999 — Всего страниц: 558