Эстәлеккә күсергә

Юлда (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлда
Атамаһы На пути
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 25 декабрь 1886 (6 ғинуар 1887)
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Юлда  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. Хикәйә 1886 йылда яҙылған , тәүге тапҡыр шул уҡ 1886 йылдың 25 декабрендә «Новое время» гәзитенең 40-сы һанында Ан.Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

А. П. Чеховтың «Юлда» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған , тәүге тапҡыр шул уҡ 1886 йылдың 25 декабрендә «Новое время» гәзитенең 40-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына ла индерелә. 1887 йылда хикәйә «В сумерках» йыйынтығында донъя күрә.

Чехов тере саҡта хикәйә инглиз һәм немец телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәне тәнҡит иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Публицист Владимир Галактионович Короленко 1888 йылда: «Чехов яңы тире кейгән, яңы ҡиәфәттәге элекке Рудин тибын һүрәтләгән» - тип яҙа[1]. «Наблюдатель» журналында «Юлда» хикәйәһе «йыйынтыҡтағы ун алты хикәйә араһында иң һәйбәте»: ундағы 30 бит эсендә «быға тиклемге тәжрибәле беллетристар йөҙ бит эсендә лә йүнләп һүрәтләй алмаған саф йөрәкле һәм йүнһеҙ башлы, уңышҡа өлгәшә алмаған даланһыҙ урыҫ кешеһе шул тиклем яҡшы һәм ҡабарынҡы итеп күрһәтелгән», тип яҙыла[2]. Чехов тере саҡта уның тураһында тәнҡитсе Н. Ладожский, В. Л. Кигн, А. Л. Липовский, В. М. Шулятиков, Пактовский һәм башҡалар мәҡәлә яҙа[3][4]. Ладожский былай тип яҙа: «Йыйынтыҡҡа ингән ҡайһы бер хикәйәләр бер нисә биттән генә торған, ҡыҫҡартылған ҡатмарлы роман кеүек булһа ла, улар шул тиклем бөтөн бер ҙур тәьҫорат ҡалдыра. «Юлда» хикәйәһе тап бына шундайҙарҙың береһе,унда урыҫ Дон-Кихоты, бәлки, Рудиндың фигураһы (психологияһы уныҡынан байтаҡҡа тәрәнерәк) уҡыусы алдына баҫа, ялт итеп тоҡана һәм уға ғашиҡ ҡыҙҙың да мөхәббәте һүнеү менән юҡҡа сыға. Ике фигура ла шул тиклем ҡабарынҡы, дөрөҫ, ҙур һөйөү менән һуғарылып яҙылған, ләкин уларҙың мөхәббәте барлығы ярты биттә тоҡана һәм һүнә»[5].

1898 йылда Сергей Рахманинов Чеховҡа үҙенең  — «фантазии для оркестра» «Утес» (1893) әҫәрен : «Ҡәҙерле һәм күп хөрмәтле Антон Павлович Чеховҡа, авторҙың «Юлда» хикәйәһенең йөкмәткеһе һәм эпиграфы был музыкаль әҫәремдең программаһы булып торғаны өсөн. С. Рахманинов. 9 ноябрь, 1898 йыл.»[6]{0}[13]{/0}} (1936)

  • Григорий Петрович Лихарев, бөлгән алпауыт , юлбашсының ҡустыһы.
  • Саша, Лихаревтың ҡыҙы.
  • Марья Михайловна Иловайская, бай алпауыт ҡыҙы, Новочеркасск ҡалаһында Дон институтын тамамлаған.

Хикәйәләге ваҡиға казак Семен Чистоплюйҙың трактирында бара. Раштыуа алдындағы ҡышҡы буранлы төндә трактирға төнгөлөккә бай ҡыҙ Иловайская килеп инә. Ул атаһы һәм ҡустыһы янына Раштыуа төнөндә бергә доға ҡылырға һәм ауыҙ асырға ҡабалана. Трактирҙа шулай уҡ Лихарев һәм уның һигеҙ йәшлек ҡыҙы ла туҡтай. Ҡыҙыҡай, яурыны һыҙлағанға, көйһөҙләнә. Иловайская менән Лихарев ҡыҙыҡайҙы тынысландырырға тырыша. Иловайская менән Лихарев, Сашаны йоҡларға һалғас, һөйләшеп китәләр һәм үҙҙәре тураһында һөйләйҙәр.

Иловайская Хоҙайға ышанмаған кешеләрҙең дә яратып «Раштыуа», «Пасха», «Троица»ны байрам итеүҙәре тураһында һөйләй. Лихарев, атеист һәм нигилист булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең Хоҙайға ышаныуын белдерә, үҙенең ниндәй эштәр менән булышыуы хаҡында һөйләй, аҙаҡ ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәргә лә туҡтала. Уларҙың әңгәмәһе төн буйына һуҙыла. Лихаревтың һүҙҙәре Иловайскаяла ҡыҙыҡһыныу уята. Ир кеше бай ҡыҙға ныҡ оҡшай.

Иртәнсәк Лихарев үҙенең күмер шахтаһына идарасы булып барыу тураһында әйтә. Был хәбәр Иловайскаяны ғәжәпләндерә, сөнки уның төн буйына үҙе тураһында һөйләгәндәре, ҡыҙҙың фекеренсә, — бөтөнләй бер-береһенә ҡаршы торусы күренеш. Шунан һуң геройҙар юлға сығырға йыйына башлай , һәм улар икеһе ике юлға айырылып китә.

  • Чехов А. П. На пути// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  1. В. Г. Короленко. Собр. соч., т. 10, 1956, стр. 100. Ср. т. 8, стр. 84
  2. «Наблюдатель», 1887, № 12, отдел «Новые книги», стр. 68
  3. «Литературный вестник», 1901, кн. V, стр. 25
  4. Ф. Е. Пактовский. «Современное общество в произведениях А. П. Чехова». Казань, 1901, стр. 17—18
  5. «С.-Петербургские ведомости», 1887, № 306, 6 ноября
  6. С. В. Рахманинов. Письма. М., 1955, стр. 103