Юғары партия мәктәбе бинаһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Юғары партия мәктәбе бинаһы
Таможенная академия (бывшая партшкола), Ростов-на-Дону.jpg
Таможня академияһы
Ил Россия
Архитектура стиле неоклассицизм
Проект авторы Петров Георгий Алексеевич, Н.Г. Худовертов
Төҙөлөшө 19531956 йылдар

1956

Юғары партия мәктәбе бинаһы Дондағы Ростовта, Будённый проспекты һәм Мәскәү урамы киҫешкән ерҙә (20/45 йорт), архитектор Петров Георгий Алексеевич (Н. Г. Худовертов менән бергә) проекты буйынса 1953?—1956 йылдарҙа, Сталин неоклассикаһы һәм Хрущев функционализмы эпохалары тоташҡан дәүерҙә төҙөлә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары партия мәктәбе бинаһы проектын төҙөгәндә, архитектор Г. А. Петров үҙенсәлекле «Мәғариф һарайы» ижад итергә хыяллана[1]. Ләкин, төҙөлөш тамамланған осорҙа КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының 1955 йылдың 4 ноябрендәге «Проектлауҙа һәм төҙөлөштә артыҡлыҡтарҙы бөтөрөү» тигән билдәле ҡарары сыға. Һөҙөмтәлә бинаның тормошҡа ашҡан вариантында парапет балюстрадаһындағы һәйкәлдәр һәм төп фасад нишаһындағы (уйымдағы) фигуралар ҡуйылмай[1]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, керамик йөҙлөк һәм ҡала предприятиеһендә эшләнгән фасадтың архитектура деталдәрен ҡулланып, архитекторға проекттағы мәжбүри индерелгән үҙгәрештәрҙе бер аҙ йомшартыу мөмкин була[1]. 1980-се йылдар уртаһында, бинаға яҡын ерҙә ер аҫты үткәүеле, шулай уҡ ер аҫты коммуникациялары төҙөлгәндән һуң, фундамент нигеҙенең деформациялары башлана. Стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килә, кәрниздәр һәм бер нисә ярымколоннаның капителе емерелеп төшә. Бинаның хәҙерге хужалары — Таможня академияһының Ростов филиалы ла аварияға ҡаршы саралар күрә[2].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бинаның юғары этаждары керамик плиткалар менән көпләнгән, шулай уҡ колонналарҙың керамик капителдәре һәм нигеҙе, кәрниз блоктары, гирляндалар һәм розеткаларҙың рельефлы ҡыйыҡтары ҡулланыла. Түбәнге ике этажы ташлы фактуралы туф блоктары менән биҙәкләнгән. Беренсе этаждың ете тәҙрәһе өҫтөндә аркалы нишаларҙа архитектор һәм скульптор В. В. Баринов «мәғариф» темаһына барельефтар эшләй. Был - Ростовта ул йылдарҙа бындай автор эшенең берҙән бер осрағы. Ростов партия мәктәбе бинаһына мөһим ҡала төҙөлөшөн формалаштырыу роле бирелгән була. Был майҙандың төньяғын яңыртыусы төҙөлөш масштабын билдәләне, уның ҡаршы яғындағы биш башлы собор масштабын хупланы һәм Будённый проспектының айырылғыһыҙ элементы булып китте.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]