Яблуновка (Константиноградовка ауыл советы)
Яблуновка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Яблуновка (башҡ. Яблуновка) — Рәсәйҙең Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Константиноградовка ауыл Советындағы ауыл, 1986 йылда бөтөрөлә. 1969 йылдың 1 ғинуарына унда 92 кеше йәшәгән була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пунктында, нигеҙҙә, украиндар йәшәгән, шуға ла ауыл исеме украинса.
1972 йылдың 1 июленә йәшәүселәрҙең күбеһенең милләте урыҫ була.
1981 йылдың 1 сентябренә ике милләт кешеләре — рус һәм украиндар йәшәй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда Яблуновка ауылы — Яблуновка ауыл Советының үҙәге. Район үҙәге булған Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм тимер юл станцияһынан (Стәрлетамаҡ) 45 километр алыҫлыҡта урынлаша.
1969 йылдың 1 ғинуарына, 1972 йылдың 1 июленә Яблуновка ауылы Боголюбовка ауыл Советыына ҡарай. Район үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тимер юл станцияһынан (Стәрлетамаҡ) 45 километр һәм ауыл Советы үҙәге Константиноградовка ауылынан 15 километр алыҫлыҡта урынлаша.
1981 йылдың 1 сентябренә Яблуновка ауылы Константиноградовка ауыл Советы составына инә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/396-сы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән сығарыу тураһындағы»)[1] Указына ярашлы иҫәп мәғлүмәттәренән сығарыла.
Уның Яблуновка тигән атамаһы 2010 йылда Башкортостандың Стәрлетамаҡ районы Максимовка ауыл Советының шул көнгә тиклем Яблуновка базаһы тип аталған тораҡ пунктына ҡушыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов . Дата обращения: 21 август 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.