Эстәлеккә күсергә

Яйҙаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яйҙаҡ-себендәр битенән йүнәлтелде)
Яйҙаҡтар
Peristenus digoneutis
Peristenus digoneutis
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Яры ҡанатлылар
Подотряд: Һабаҡ һымаҡ ҡорһаҡлылар
Инфраотряд: Яйҙаҡтар
Латинса исеме
Parasitica Hartig, 1837[1]
=Terebrantes Haliday, 1836
ITIS 709252

Яйҙаҡтар, яйҙаҡ-себендәр (лат. Parasitica, рус.  Наездники ) − ер йөҙөнә киң таралған, башҡа бөжәктәрҙең ҡорттарына — ҡарышлауыҡтарына күкәй һала һәм шуның менән ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡыра торған файҙалы себендәр[2]; элпәҡанатлылар отрядынан һабаҡ һымаҡ ҡорһаҡлы паразит бөжәктәр.

Инә яйҙаҡ күкәһалғысы менән

Кәүҙә оҙонлоғо 0,21-45 мм. Күкәйен башҡа бөҗәкләрҙең кәүҙәһенә һалалар, йыш ҡына ҡорбанына атланып (исеме шунан), уларға личинкаларын йәки күкәйҙәрен тышҡы яҡтан беркетәләр. Личинкалары тәңкә ҡанатлылар, элпә ҡанатлылар, ҡаты ҡанатлыларҙа һ.б. бөжәктәрҙә, шулай уҡ үрмәкселәрҙә паразитлыҡ итәләр. Яйҙаҡтар араһында айырым бер төргә генә яйлашҡан паразиттар осорай. Ҡайһы берҙәре башҡа яйҙаҡтарҙың паразиттары булып тора.

Яйҙаҡтар личинкалары ауыл хужалығы үҫентеләре ҡортоҡостарында паразитлыҡк итә, уларҙың һанын көйләүсе булып тора һәм үҫемлектәрҙе биологик һаҡлауҙа файҙаланыла. Трихограмма (Tricho¬gramma) ырыуының ҡайһы бер төрҙәре йәшелсә һәм еләк-емеш культуралары ҡортоҡостарына ҡаршы ҡулланыу маҡсатыннан яһалма рәүештә үрсетелә.

  1. Hartig Th. Die Aderflugler Deutschlands mit besonderer Berucksichtigung ihres Larvenzustandes und ihres Wirkens in Waldern und Garten. Bd.1. Die Familien der Blattwespen und Holzwespen nebst einer allgemainen Einleitung zur Naturgeschichte der Hymenopterten. Berlin, Haude und Spenersche Buchhandlung. (s.J. Josephy): 1- 416, Tb.I-VIII., 1837.
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  • Козлов М. А. 1972. Основные типы специализации наездников (Hymenoptera, Parasitica) к хозяевам. — В кн.: Хозяино-паразитные отношения. — Л.: Наука, 1972. — С. 5—17.