Якаб-Хедь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Якаб-Хедь
венг. Jakab-hegy
Якаб-Хедь һәм Урта Дунай уйһыулығы
Якаб-Хедь һәм Урта Дунай уйһыулығы
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге602 м
Урынлашыуы
46°05′ с. ш. 18°08′ в. д.HGЯO
Страна
Тау һырты йәки массивМечек 
Венгрия
Красная точка
Якаб-Хедь
 Якаб-Хедь Викимилектә

Якаб-Хедь[1] (Якабхедь; мадьярса  Jakab-hegy — «Иаков тауы») — Көньяҡ Венгрияның Мечек һыртының көнбайышындағы иң бейек тауы. Бейеклеге 602 м[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Якаб-Хедь тауы Печ ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ул Урта дунай уйһыулығы өҫтөнән ҡалҡып күренә. Аяҙ көндө Якаб-Хедь тауынан Көнсығыш Мечектың 682 метр тәшкил иткән иң бейек Зенгё нөктәһен күрергә була.

Геологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабаш Серкёвек
Паулин монастыры емереклектәре
Жонгоркё

Тау палеозой эраһында барлыҡҡа килгән һәм пермь ҡомлоғонан ойошҡан[3]. Эрозия тәьҫире һөҙөмтәһендә бер нисә ҡая ҡоролмаһы барлыҡҡа килгән, атап әйткәндә, «Бабаш Серкёвек» («Кешегә оҡшаған таштар рәте») һәм «Жонгоркё» («Жонгор ташы»)[4].

Якаб-Хедтә Венгрияның берҙән-бер ҙур урана ятҡылығы урынлашҡан. Уны сығарыу Совет Социалистик Республикалар Союзы ярҙамында 1950-се йылдарҙа башланған. Таҙартылған уран использовался 1982 йылдан Пакш АЭС-ын (атом электростанцияһын) эксплуатациялау өсөн файҙаланылған. Һалҡын һуғыштың тамамланыу осоронда уран сығарыуҙың ҡиммәткә төшөүе һәм хаҡтарҙың арзанайыуы арҡаһында 1990-сы йылдарҙа шахталар ябылған[5].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон замандарҙан уҡ тауҙа кешеләр йәшәгән. Тимер быуаты осоронда тауҙа Гальштат культураһы һәм кельттарҙың мөһим оппидумы һәм сәйәси үҙәгенә әйләнгән ҙур форт ҡоролған. Римлеләр баҫып алғандан һуң, форт ташландыҡ хәлгә килгән, ләкин уның ҡәлғә нығытмалары ҡалдыҡтары әлегә тиклем беленеп тора.

Урта быуаттарҙа ташландыҡ ҡәлғә уртаһында ҙур булмаған ауыл барлыҡҡа килгән. Уны ҡурсалаусы кеше Иаков Зеведеев йәғни Изге Иаков булған — тауҙың исеме шуға бәйле бирелгән. 1225 йылда тауҙа Паулиндар ордены монастырына нигеҙ һалынған, ул Венгрияны төрөктәр оккупациялағанға саҡлы эшләгән. 1736 йылда ул яңыртып төҙөлгән, ләкин 1828 йылда уны бөтөргәндәр, һәм шунан бирлпе ул ташландыҡ көйө тора. Беҙҙең көндәргәсә тик емереклектәре генә һаҡланып ҡалған[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лист карты L-34-61. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  2. Pécs lexikon I. (A-M). Főszerk. Romváry Ferenc. Pécs: Pécs Lexikon Kulturális Nonprofit Kft. 2010. 343. o. ISBN 978-963-06-7919-0
  3. Pierre Jolivet, Jorge Santiago-Blay, Michael Schmitt: Research of chrysomelidae. BRILL 2009. S. 236.
  4. Babás Szerkövek 2018 йыл 29 ноябрь архивланған. (венг.)
  5. PDF 2021 йыл 8 декабрь архивланған. (венг.)
  6. Buzás Gergely: A Jakab-hegyi pálos kolostor, Várak, Kastélyok, Templomok, III/4. 2007. augusztus, 8-11.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Pécs lexikon, Band I. (A-M). Pécs 2010. S. 343. ISBN 978-963-06-7919-0.
  • Gergely Buzás: A Jakab-hegyi pálos kolostor, Várak, Kastélyok, Templomok. 2007.

Ҡалып:Изолированная статья