Ялсығол (йыр)
Ялсығол | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|
«Ялсығол» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ йыры «Ялсығол» тәүге тапҡыр 1939 йылда фольклорсы ғалим Л. Н. Лебединский тарафынан йырҙы башҡарыусы И. Ш. Дилмөхәмәтовтан яҙып алына. «Башҡорт халҡ йырҙары» йыйынтығында иң беренсе Ғ. З. Сөләймәнов яҙмаһы баҫыла. Ошондай уҡ атамалы ҡобайырҙы Лебединскийҙың 1939 йылда Б. Бикбайҙан яҙып алыуы билдәле.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялсығол исемле ярлы егеттең оптимистик йыры. Көй мажор пентатоникаға нигеҙләнгән һәм уға бейергә мөмкин. Ҡушымталағы ике һәм өс өлөшлө размерҙың булыуы йырҙы тағы ла баҙыҡлай һәм бының менән авторҙың асылын киңерәк бирергә ярҙам итә.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙы эшкәртеүселәр — Р . А. Мортазин (тауыш һәм фортепьяно өсөн), Х. Ф. Әхмәтов һәм Р. В. Сәлмәнов (хор өсөн).
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ялсығол» йыры К. М. Дияров, Зәки Мәхмүтов башҡарыуында киң билдәле.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башкирская энциклопедия. Өфө. 1996 й.