Эстәлеккә күсергә

Яндау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡыр яндау
Башҡорт көнкүрешендә ағастан эшләнгән яндау

Яндау (Янтау) (рус. Ендова (яндова)) — еҙ йә баҡырҙан эшләнгән, бәләкәй генә ҡойғосло тәпәшәк һауыт. Уның эсендә айран, әсе бал, буҙа, ҡымыҙ, ҡатыҡ, эркет һаҡлағандар. Табын ҡорғанда ла ошондай яндауға эсемлек һалып һыйлағандар. Урыҫ халҡы ағастан бидон рәүешле бейек һауытты ла яндау тип атаған — жбан. яндауҙар төрлө ҙурлыҡта булған, мәҫәлән, Кириллов килем-сығым китабында ошондай юлдар бар: «квасу медвеного яндову большую 10 чаш», «яндова черные патоки две чаши». Бер биҙрәлек, ярты биҙрәлек яндауҙар ҙа булған.

Башҡорт көнкүрешендә лә киң ҡулланылған: « …ҡыш улар туғын сабалар, бүрəнə ҡырҡалар, сана яһайҙар, арҡан, дилбегə ишəлəр, күнəк, көрəгə, яндау, көрəк кеүек донъя кәрәк-ярағы эшләйҙәр»[1].

Урыҫ халҡында яндауҙы кәмә, ҡаҙ, өйрәк, әтәс һынына оҡшатып эшләгәндәр. XVI быуатта был һауыт Оло Иҙел (Волга) буйы халыҡтарына ла үтеп ингән. Мордва, сыуаш, мари, шулай уҡ карел көнкүрешенә яндау ныҡлы инеп ҡалған һәм бөгөн дә уларҙың милли һауыт-һабаларынан һанала. Улар яндауҙы йүкәнән, ҡайындан, имәндән, сағандан һәм башҡа төр япраҡлы ағастан эшләй. Башҡорт халҡында күберәк ағастан эшләгәндәр, ҡайын ороһонан эшләнгән һауыттар ҙа булған. Ағастан биҙрә формаһында эсе соҡоп алынып эшләнгән һауыт. Уның аҫ яғын, тигеҙләп йоморолап ҡырҡып, таҡта төп һалып, нығытып ҡуялар. Өҫтөнә лә шул уҡ формала ҡапҡас эшләнә. Һауыттың атамаһы урыҫ теленән ингән булыуы ихтимал[2].

Халыҡ телендә яндау менән бәйле бер һүҙбәйләнеш эротик шаяртыуҙарҙа ҡулланылған һәм әҙәпһеҙ кинәйәләр иҫәбендә булған.

  1. Зәйнуллин М. В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. — Өфө, Китап,2005 — 391бит
  2. Деревенская утварь: Туеса и Ковши 2014 йыл 6 сентябрь архивланған.