Янка Купаланың дәүләт әҙәбиәт музейы
Янка Купаланың дәүләт әҙәбиәт музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 19 апрель 1944 |
---|---|
Менеджер/директор | Q17094411?, Q13033149?, Алесь Божко[d], Кулаковский, Алексей Николаевич[d], Жанна Казимировна Допнюкас[d], Q110204291?, Владислава Францевна Луцевич[d] һәм Q110204501? |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Урын | Беларусь |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Янка Купала исемендәге парк (Минск) |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Рәсми сайт | kupala-museum.by |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Q125860228? |
Янка Купаланың дәүләт әҙәбиәт музейы Викимилектә |
Янка Купаланың дәүләт әҙәбиәт музейы (бел. Дзяржаўны літаратурны музей Янкі Купалы) — БССР-ҙың халыҡ шағиры, Белорус әҙәбиәте классигы Янка Купаланың тормошона һәм ижадына арналған әҙәби һәм мемориаль музей.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей 1944 йылдың 19 майында БССР Халыҡ комиссарҙары советының 268-се ҡарарына ярашлы Фәндәр академияһы ҡарамағында нигеҙләнә. Уның Янка Купаланың ҡатыны, БССР-ҙәң атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Владислава Луцевич ойоштора һәм беренсе директоры була. Тәүҙә музей ихтыяждары өсөн Минскиҙа Азатлыҡ майҙанындағы Профсоюздар йортоноң өсөнсө ҡаты бирелә. 1945 йылдың 20 сентябрендә шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында тәүге күргәҙмә асылды.
Даими экспозиция булдырыу Янка Купаланың йорто һуғыштың беренсе көнөндә үк яныуы һөҙөмтәһендә ҡатмарлаша, сөнки шағирҙың бай архивы һәмкитапханаһы юҡҡа сыға. Һуғыш ваҡытында уның һуғыштан алда дәүләт китапханаһына тапшырған архивы ла һәләк була.
1959 йылдың 9 ноябрендә музей Янка Купала урамында махсус төҙөлгән яңы бинаға күсә. Был бинала шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышланған экспозиция асыла. 1995 йылда музей базаһында Янка Купала исемендәге Халыҡ-ара фонд ойошторола. 2006 йылдың 1 ғинуарына музейҙың төп фонды 30 319 берәмек тәшкил итә, ғилми-ярҙамсы предметтар 8 505 берәмек була. Барлыҡ предметтар 16 коллекцияға бүленә. Янка Купала музейының 4 филиалы бар: «Вязынок», «Левка», «Окопта», «Яхимовщина».
Әлеге ваҡытта Янка Купаланың дәүләт әҙәбиәт музейы Европа музейҙар каталогына ингән, ағзаһы булып тора беларуская комитеты ICOM-дың Белорус комитеты ағзаһы булып тора.[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Государственный литературный музей Янки Купалы . 2016 йыл 5 март архивланған.