Янкелевич йорто
Иҫтәлекле урын | |
Янкелевич йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Петровская урамы, 32 |
Төҙөлгән ваҡыты | ХIХ быуаттың 3-сө сиреге |
Статус | Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Янкелевич йорто |
Янкелевич йорто — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Петровская урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 2002 йылдың 31 декабрендәге 124-се һанлы бойороҡ. Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петровская урамы, йорт 32.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог ҡалаһының Петровская урамындағы 32-се йорт Некрасов тыҡрығы менән урам сатында урынлашҡан. XIX быуаттың һуңғы сирегендә төҙөлгән. Был ҙур булмаған, оҙон, кирбестән һалынған, бер ҡатлы, яҡынса 400 һум менән баһаланған йорт була. XIX быуаттың һуңғы сиреге аҙағында йорттоң өс тол ҡалған хужаһы була: старший советниктың тол ҡатыны Александра Гире, коллежский советниктың тол ҡатыны Екатерина Обыденнаяға һәм генерал-майорҙың тол ҡатыны Рындинаға. Барлыҡ өс тол ҡалған ҡатын да урыҫ һынсы-монументалист Иван Петрович Мартостың ир туғаны Мартос менән туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән була.
Йорттоң хужаһы коммерция суды рәйесе Мартос була. Йорт янында ҙур баҡса булған . Унда хужабикәләр сәскәләр үрсетәләр һәм уларҙы тәрбиәләйҙәр. Баҡса ҡапҡаһы Греческая урамына асыла. 1825 йылда бында император Александр I — һәм уның ҡатыны Елизавета Алексеевна була. 1891 йылдың октябрендә 20 көн айырма менән Александра Давыдовна Гире һәм уның артынса — Екатерина Петровна Обыденная вафат була. Беренсеһе 90 йәштә, икенсеһе — 89 йәштә була.
Уларҙың вафатынан һуң өйҙә сауҙагәр Яков Янкелевич һәм чиновник Николай Талалаев йәшәйҙәр. Талалаев өйгә терәтеп тағы ла бер ҙур булмаған 6а номерлы йорт төҙөй. XX быуат башында бер ҡатлы йорт урынында сауҙагәр Шая-Бер-Лейб Симонович яңы ике ҡатлы, хаҡы 14 мең һум менән баһаланған йорт төҙөй. 1910 йылдан 1925 йылға тиклем ике ҡатлы йорттоң һуңғы хужалары надворный советник Яков Сотниковтың ҡыҙҙары Софья һәм Вера була. 1912 йылда Янкелевичтың йортонда М. Ольшвангтың «Үҙ-ара һатыу итеү» магазины урынлаша. Бер ваҡыт хужаның йортона полицейскийҙәр килә һәм өйҙә тентеү яһай. Улар өйҙә икенсе бер магазиндан юғалған туҡымаларҙы эҙләйҙәр. Ольшванг бер ни тиклем ваҡытҡа ҡулға алына. 1912 йылда өйҙә шулай уҡ работало управление Таганрог сауҙа порты идараһы эшләй. Порт етәксеһе надворный советник А. П. Семенюта күрше йортта йәшәгән була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Таганрог немец илбаҫарҙары ҡулында булған ваҡытта, бында доктор Д. Зимонттың медицина кабинеты эшләгән. Зимонт киң профилле белгес була — хирургия ауырыуҙары, ҡолаҡ, тамаҡ, танау ауырыуҙары буйынса. Йортта шулай уҡ табип, эске һәм балалар ауырыуҙарын дауалау буйынса белгес Александр Николаевич Кан үҙ эшен алып бара.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл кирбестән һалынған йорттоң тура дүртмөйөшлө тәҙрәләрен кәрниздәр һәм сандриктәр биҙәй. Икенсе ҡаттың мөйөшөндә һәм йорттоң ситтәрендә оҙон балкондар бар. Төп ишек йорттоң мөйөшөндә урынлашҡан. Совет власы йылдарында йорт хөкүмәт милке итеп үҙгәртелгән. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт, беренсе ҡатта матурлыҡ салоны эшләй. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог ул. Петровская, 30 2013 йыл 11 октябрь архивланған.