Янош II Запольяи
Янош II Жигмонд Запольяи | ||
мадьярса Zápolya/Szapolyai János Zsigmond хорв. Ivan Žigmund Zapolja | ||
| ||
---|---|---|
1570 — 1571 | ||
Алдан килеүсе: | Янош Запольяи | |
Дауамсы: | Стефан Баторий | |
| ||
1540 — 1571 | ||
Алдан килеүсе: | Янош I Запольяи | |
Дауамсы: | Максимилиан II (Изге Рим империяһы императоры ) | |
Дине: | католик | |
Тыуған: | 18 июль 1540 Буда, Венгрия Короллеге | |
Үлгән: | 14 март 1571 (30 йәш) Алба-Юлиялағы , Трансильвания (кенәзлек), Венгрия Короллеге | |
Ерләнгән: | Секешфехервар | |
Династия: | Запольяи[d] | |
Атаһы: | Янош I Запольяи | |
Әсәһе: | Изабелла Ягеллонка | |
Я́нош II Жи́гмонд За́польяи (мадьярса Zápolya/Szapolyai János Zsigmond, хорв. Ivan Žigmund Zapolja; 18 июль 1540 Буда, Венгрия Короллеге — 14 март 1571 Дюлафехервар, Трансильвания, Венгрия Короллеге) —Венгрия короле (1540—1570) һәм Трансильвания кенәзе (1570—1571).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһының вариҫы булараҡ, Яноша I Запольяи, Венгрияның 1540 йылдан алып 1570 йылға тиклем короле була, ләкин уның әсәһе Изабелла Ягеллонка, үҙенең үлеменә тиклем (1559 г.), Бөйөк Сөләймән I ярҙамында, ил менән бер үҙе идара итә. Янош II хәҙерге заман Европа тарихында Тордайский эдикт, беренсе динт отоу иреклеге декретын (1568) ҡабул итә һәм Трансильванияның Унитариан сиркәүен төҙөү идеяһын яҡлап сыға. Янош, бөтә дини яҡтар менән асыҡ һөйләшеүҙәр алып барғанлағы арҡаһында, ҙур билдәлелек ала. Ул католиктар, лютерандар, кальвинистар һәм унитаристарҙың публика алдындағы үҙ-ара дебаттарына спонсор ярҙамы күрһәтә.[1]. 1571 йылда Тыргу-Мурешта үткәрелгән Трансильван Сеймы, кальвинистар, католиктар, униаттар һәм лютерандар өсөн Трансильвания кенәзлегендә дин тотоу иреклеген раҫлай. Сағыштырыу өсөн: алдынғы ҡарашлы трансильван депутаттарының был тарихи ҡарары Варфоломеев төнө тигән исем аҫтында ҡайғылы билдәлелек алған кальванистарҙың Париждағы һуйышына тиклем бер йыл алдан үткәрелә… Башҡа дини төркөмдәр, шул иҫәптән, йәһүдтәр, мосолмандар һәм күп һанлы православ христиандары, толерантлыҡ ала, ләкин уларҙың дин тотоу иреклегенә законлы гарантиялары булмай[2]. Габсбурги файҙаһына Венгрия короле титулынан баш тартҡан Янош II Трансильванияның (1570—1571) кенәзе булып ҡала. Ул тәхетте үҙенең ҡаҙнасыһы Каспар Бекешҡа васыят итә, ләкин аристократия уның ҡарарын ҡабул итмәй һәм Стефан Баторийҙы кенәзлек башлығы итеп һайлай. Был әллә ни оҙаҡҡа һуҙылмаған граждандар һуғышына сәбәп була, әммә ул Баторийҙың еңеүе менән тамалана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Read The Spirit — Interfaith Heroes Magazine — 2nd Annual Interfaith Heroes Month No. 12: Queen Isabella & King John<!—текст исеме бот ярҙамында өҫтәлгән -->
- ↑ Miklós Molnár, A Concise History of Hungary, Cambridge University Press, 2001, p. 110.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бона Сфорца. Аждаһалы король» Аудерская, Галина, китап
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Янош II Запольяи «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе