Эстәлеккә күсергә

Ян (йәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ян
Рәсем
 Ян Викимилектә
Ян (йәйә) өлөштәре: 1 — тотҡа, 2 — кибет, 3 — кереш
Ҡәҙимге йәйәнән уҡ атыу,Бөрйән районы, Башҡортостан
Юрматы йыйыны 2017, Ишембай районы, Торатау, Башҡортостан Мәргән уҡсылар ҡыҙҙар

Ян, йәйә (рус. Лук) — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан боронғо атыу ҡоралы [1][2] Уҡты атыу өсөн кереш тартыла, йәғни шул юл менән кинетик энергия барлыҡҡа килә һәм тартылған уҡты ысҡындырғанда ул ҙур тиҙлек менән осоп китә.

Осоу тиҙлеге яндың конструкцияһына, керештең тартылыу көсөнә һәм һауа торошона ла бәйле; уртаса 250 метрға тиклем тәшкил итә [3]

Уҡсылар үҙе менән һаҡлыҡҡа һәр саҡ бер йәки ике кереш, йәнә төрлө һауа шарттарына яраштырылған кереш йөрөткән. Ебәк кереш иң яҡшыһы булған, әтик ул бик ҡиммәткә төшкән. Ат ялынан үрелгән кереш һалҡын ваҡытта яҡшы булған, әммә тиренән йәки һеңерҙән яһалған керештән айырмалы, дымды үҙенә тиҙ һеңдергән һәм һуҙылған. Шуның өсөн дә ҡайһы бер керештәрҙе махсус рәүештә балауыҙға, майға манып алғандар.

Рәсәйҙә юридик статусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының бойороғондағы VIII бүлегенә ярашлы (20.09.2011 N 1020) был атыу ҡоралының статусы түбәндәгесә билдәләнгән [4]

38. К метательному гражданскому оружию относятся луки (универсальные спортивно-охотничьи) и арбалеты (универсальные спортивно-охотничьи и матчевые спортивные), предназначенные для занятий спортом и охотой.

39. Основным критерием для классификации луков по видам является сила дуги, которая для луков универсальных спортивно-охотничьих имеет величину более 27 кгс (60 Lbs).

Луки с силой натяжения дуги менее 27 кгс (60 Lbs), не являются метательным оружием, а являются конструктивно схожими с таковым.

Башҡорттарҙа ян төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • мөгөҙ ян
  • әҙернә ян - ике яҡ башын мөгөҙҙән ҡуйып, керешенә бүре тарамышы тартҡан ян
  • һанай ян - ябай ян [5]

Йәйәләр типологик йәһәттән ике төргә бүленә: 1) ағасы бөтөн үҙәкле 2) күп ҡатлы, тотҡаһы эргәһендә ике өлөштән торған ағас үҙәкле.

Ян өсөн ҡулланылған яғас тоҡомдары бик мөһим әһәмиәткә эйә булған. Был урындағы флораға, хәрби традицияларға һәм тәғәйенләнешкә бәйле булған. Ғәҙәттә янды ҡайындан, ҡорос ағастан (рус. ясень), сағандан, шыршынан, йыланан, муйылдан, сәтләүек ағасынан яһағандар. Шулай уҡ фольклорҙа гөлйемеш телгә алына. Дала халыҡтары янды башҡорттарҙан алырға тырышҡан [6]

Ағастың сифатына ҡарап йәйә кәрәгенсә тартылған һәм атҡанда күпкә әҙерәк көс һалырға кәрәк булған.

Башҡорттар, айырыуса һунарсылар, йышыраҡ урманда йөрөгән, унда оҙон йәйә тотоноу яйһыҙ булған.Шуға ла ҙур булмаған, оҙонлоғо метрға яҡын, ныҡ ҡына бөгөлгән, бик һығылмалы йәйәләр ҡулланылған.

Бөгөн ике бөгөллө рекурвед тип аталған йәйә тарала бара. Конструкцияһы буйынса ул азиат төрөнә ҡараған ҡатмарлы рекурсив йәйә кеүек эшләнә. Хәрби йәйәләр – ян һәм әҙернә етештереү ысулы буйынса күп ҡатлы, композитлыға ҡарай. Күп ҡатлы хәрби йәйә бер нисә төр оҡшаш сеймалдан әҙерләнә. Мәҫәлән, ағастан эшләнгән йәйә һеңерле ҡат менән нығытылған. Әгәр ҙә һеңер ағасҡа урап ҡына ҡуйылһа, был иркен тоташтырыу тип аталған, ә йәбештерелһә - азиат ысуллы ҡатмарлы рекурсив йәйә кеүек килеп сыҡҡан.

Был төр азиат йәки монгол төрө тип атала: был ҡоралды ҡулланғанда кереште баш бармаҡ ярҙамында ғына тартҡандар. Еңелерәк һәм хәүефһеҙ булһын өсөн баш бармаҡҡа һөйәктән йәки мөгөҙҙән эшләнгән махсус бармаҡса кейҙерелгән. Уҡты уңдан йәйәгә һалғандар, был иһә атҡанда янбашты имгәтеүҙән һаҡлаған. Уҡты ҡолаҡҡа, уң иңбашҡа тиклем тартҡандар, шуға ла европа төрөнә ҡарағанда 20 см оҙонораҡ уҡ талап ителгән. Уҡтың осоу оҙонлоғо ла артҡан. Кереште монголса тартҡанда бармаҡ керешкә теймәй тиерлек, шуға ла уҡ төҙ атыла. [7]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 792-се бит
  2. ГОСТ Р 52115-2003 — «Метательное оружие. Луки спортивные, луки для отдыха и развлечения и стрелы к ним. Общие технические требования. Методы испытаний на безопасность.»
  3. Баллистические качества лука
  4. Министерство внутренних дел Российской Федерации Об утверждении криминалистических требований Министерства внутренних дел Российской Федерации к техническим характеристикам гражданского и служебного оружия, а также патронов к нему : ПРИКАЗ. — 2011. — № 1020. — С. ч.8 ст.38—40.
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 792-се бит
  6. Радик Темиргалиев.Эпоха последних батыров. 2013..
  7. Атылды ла уҡ сәпкә тейҙе