Эстәлеккә күсергә

Һыу мыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яҙ мыры битенән йүнәлтелде)
Яҙ мыры

Eusthenia sp.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Plecoptera Burmeister, 1839


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Яҙ мыры (лат. Plecoptera, рус. Веснянки) — иртә яҙ һыу буйында күренә торған оҙонсай, һоро төҫтәге, ҡанатлы, бөжәк. Личинкалары һыуҙа йәшәй. Өлкән бөжәктәр яҙғыһын ҡоро ергә сыға. (Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский. Т. Г. Баишев, 1952).

Бөтә Ер шарына таралған бөжәк. Үҫеп еткән заттарҙың үтә күренмәле нәфис ҡанаттары, ҡорһағы осонда 2—3 нәҙен кенә ҡойроҡ ептәре була. Өлкән бөжәктәр бер йәки бер нисә көн генә йәшәйҙәр. Йомортҡаны һыуға һалалар. Шунда уҡ личинкалары үҫеп сығалар. Личинкалар һыу үсентеләре, серекәй -бөрсә личинкалары менән туҡлана. Оло заттар туҡланмайҙар, уларҙың бурысы — ҡушылыу һәм тоҡом ҡалдырыу.

  • Лоскутова О. А. Веснянки. (Фауна Европейского Северо-Востока России. Т.9). СПб. : Наука, 2006. — 224 c. — ISBN 5-02-026263-3.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап, 2011. — ISBN 978-5-295-05368-9
  • Черчесова С. К., Жильцова Л. А. Определитель веснянок (Plecoptera) Кавказа — МСХА им. К. А. Тимирязева. — М., 2006. — 103 с.