Яҡшылыҡ импульсы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Яҡшылыҡ импульсы» премияһы
рус. Премия «Импульс добра»
Ил Рәсәй Федерацияһы
Бүләкләү Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм ҡуҙғатыуға өлөш индергән өсөн
Ойоштороусы «Беҙҙең киләсәк» социаль программалар фонды
Нигеҙләнгән 2011
Сайт impulsdobra.ru

«Яҡшылыҡ импульсы» премияһы (рус. Премия «Импульс добра») — йыл һайын бирелә торған һәм «Беҙҙең киләсәк» социаль программалар фонды менән ойошторолған премия. Премия Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм ҡуҙғатыуға өлөш индергән өсөн социаль эшҡыуарҙарға, журналистарға һәм киң мәғлүмәт сараларына, юғары уҡыу йорттарына, йәмәғәт ойошмаларына һәм тағы ла дәүләт структураһы етәкселәренә бирелә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яҡшылыҡ импульсы» премияһы 2011 йылда иң яҡшы тыуған ил социаль эшҡыуарҙарын бүләкләү һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә дәүләттең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторола[1]. 2012 йылда премия менән тәүге бүләкләү тантанаһы уҙғарыла.

2014 йылда премияға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев, Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко булышлыҡ күрһәтә[2][3]. Дөйөм премиаль фондтың суммаһы 2 миллион 400 мең һум тәшкил иткән.

2015 йылдан алып премия ете номинацияла тапшырыла[1].

Премияның йәмәғәт советына «Беҙҙең киләсәк» социаль программалар фондын ойоштороусыһы Вәғит Алекперов, Волоколам митрополит Иларион (Алфеев), эстрада йырсыһы Лев Лещенко, Арктиканы өйрәнеүсеһе Артур Чилингаров һәм башҡалар инә.

Өс йыл эсендә Рәсәй Федерацияһының күпселек субъектарынан тиҫтәләгән кеше премияға лайыҡ була.

Премия лауреаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда премияға барлығы 194 кеше номинант итеп күрһәтелә, уларҙың ун өсө бүләкләнеүселәр араһында була. Бүләкләнеүселәр араһында бөтә Рәсәйҙән килгән мәшәҡәтле үҫмерҙәргә реабилитация курстарын үткәреүсе «Фермерҙар мәктәбе» лә була. «Фермерҙар мәктәбе» тағы ла инвалид-балалар, талиптар араһында профессияналь йүнәлеш буйынса курстар ойоштора. Шул уҡ йылда Коломна ҡалаһының пастила фабрика музейы ла «Яҡшылыҡ импульсы» премияһы лауреаты була, был предприятиела мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр эшкә йәлеп ителә[4]. Рәсәй Федерацияһында инвалидтар өсөн туризмды үҫтереүсе «Либерти» команияһы ла премияға лайыҡ була.

2013 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса иң яҡшы корпоратив программа өсөн» тигән номинацияла «Северсталь» авиакомпанияһы Череповец ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойошторолған «АГР» проекты еңеүсе тип табыла. «АГР» проекты төбәктә урта һәм кесе бизнесты, шул иҫәптән социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән[5].

2014 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда «Социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге иң яҡшы йәштәр проекты» номинацияһында Мәскәү ҡалаһынан Антон Кучумов һәм Максим Попов лауреат булалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]