Эстәлеккә күсергә

Яңы Башҡарҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яңы Башкарка битенән йүнәлтелде)
Яңы Башҡарҡы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Горноуральский городской округ[d][1]
Халыҡ һаны 95 кеше (2010)[2]
Почта индексы 622912
Карта

Яңы Башҡарҡы — Рәсәй, Свердловск өлкәһе, Горноуральский ҡала округы ауылы.

Халыҡ иҫәбе
2010[3]
95

Ауыл Урал тауҙарынан көнсығышта Башҡарҡы йылғаһының ике ярында ята, ауыл һыҙатында йылға ҙур булмаған быуа барлыҡҡа килтергән. Екатеринбургтан, төньяҡта урынлашҡан, Түбәнге Тагилдан 60 км көньяҡ-көнсығышҡа, (юл буйлап 77 км), ҡала округының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә.

Яңы Башҡарҡының атамаһы ошо урындарҙа беренсе булып төпләнгән башҡорт ир-атынан килеп сыҡҡан тип фаразлана. Яңы Башҡарҡы Башҡарҡы ауыл хакимиәтенә ҡарай. Шулай уҡ был биләмәгә Иҫке Башҡарҡы, Мокроусское һәм Сарапулка инә. Барлығы 784 кеше йәшәй был территорияла. Дача ауылы Сарапулкала теркәлгән бер ауыл кешеһе лә юҡ. Экологик яҡтан саф һауалы урын, бик шәп быуаһы һәм иҫ киткес шәп тәбиғәте үҙенә тарта. Екатеринбург ҡалаһы кешеләре бында өйҙәр һәм ер участкалары ала башлаған. Төп ауыл Екатеринбургтан 170 километрҙа Горноуральский ҡала округы составында. Батша замандарында бында дәүләт крәҫтиәндәренең Башҡар улусы булған. Хәҙерге көндәрҙә ул Урал биләмәләрендәге башҡа ауылдар кеүек, 600 кеше тирәһе кеше йәшәгән ғәҙәти ҙур булмаған ауыл. Эргәлә Яңы Башкарка ауылы.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда почта һәм фельдшер пункты бар.

«Гидравлика» ЯСЙ-е